Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы

Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы (12 декабрь 1962 йыл30 ноябрь 2021 йыл) — Рәсәй филология фәндәре кандидаты, ТТӘИ әҙәбиәт ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, башҡорт шиғриәте өлкәһендә белгес, 11 томда «М.Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын» төҙөүсе, ғалим-тикшеренеүсе.

Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы
Тыуған көнө

12 декабрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

[Башҡорт АССР-ы]] Ғафури районы Оло Үтәш ауылы

Вафат көнө

30 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (58 йәш)

Ғилми даирәһе

Филология

Биографияһы үҙгәртергә

1962 йылдың 12 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Оло Үтәш ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1970 йылда Оло Үтәш башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. 1970 йылдан уҡыуын Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә дауам итә.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һөнәре — филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1985 йылда БДУ-ны тамамлай һәм белгес дипломын ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тәрбиәсе булараҡ башлай.

1987 йылдың сентябренән 1990 йылдың ғинуарына тиклем «Ленинец — Ленинсы» гәзите редакцияһында корректор вазифаһын башҡара. 1990 йылдың февралендә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе итеп күсерелә. 1990 йылдың апреленән 1990 йылдың авгусына тиклем «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзите редакцияһы хәбәрсеһе.

1990 йылдың сентябренән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй.

2021 йылдың 30 ноябрендә Флорида Фазылова ҡапыл вафат була[1]..

Библиографияһы үҙгәртергә

1. Карим Мустай. Сочинения. Т.5. Повести. /Сост. И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2014. — 664 с.

2. Карим Мустай. Сочинения. Т. 6. Воспоминания, литературные портреты. / Сост. И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2015. — 560 с.

3. Карим Мустай. Сочинения. Т. 7. Избранная публицистика. / Сост. И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2016. — 568 с.

4. Карим Мустай. Сочинения. Т. 8. Доклады, выступления, беседы. / Сост.

И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2017—472 с. ISBN 978-5-295-06826-3. Тираж 2000 (на башк. яз.)

5. Фазылова Ф. С. Нравственно-этические проблемы в современной башкирской поэзии (II половина ХХ — начало XXI века). — Уфа: Гилем, 2017. — 144 с.

6. Карим Мустай. Сочинения. Т. 9. Статьи, доклады, выступления, беседы, монологи. / Сост. И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2018. — 520 с.

7. Карим Мустай. Сочинения. Т. 10. Статьи, доклады, выступления, беседы, монологи. / Сост. И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2019. — 560 с.

8. Карим Мустай. Сочинения. Т. 11. Статьи, доклады, выступления, беседы, монологи. / Сост. И. М. Каримов, Ф. С. Фазылова. — Уфа: Китап, 2020. — 440 с.

9. Сокровищница народа // газ. «Башкортостан», 23 мая 2014 (на баш. яз.)

10. Ученый и педагог Амир Фатихов //Календарь Башкортостана (информационно-справочное издание), 2015 (на башк. яз.)

11. Равиль Афлятунович Бикбаев: Публикации. Воспоминания о нем. Избранные статьи. Библиография. / Сост . Бикбаева Л. Р., Фазылова Ф. С. Уфа, 188 с. (на башк., рус. яз.). Тираж 100 экз)

12. Нравственно-этические проблемы в современной башкирской поэзии (II половина XX — начало XXI века). Ф. С. Фазылова ; Академия наук Республики Башкортостан, Отделение социально-гуманитарных наук и технологий. Уфа : Гилем, 2017. ISBN 978-5-88185-374-7 : 100 экз.

Наградалары үҙгәртергә

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, әҙәбиәт ғилеме бүлегенең филология фәндәре кандидаты. Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт Хаты менән бүләкләнгән (Өфө, Республика Йорто, 2020 йылдың 27 ноябре).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. В Уфе скоропостижно скончалась ученый-филолог Флорида Фазылова. www.bashinform.ru. Дата обращения: 13 декабрь 2021. Архивировано 13 декабрь 2021 года.