«Ун бер ил төркөмө» (N-11 йәки Next Eleven) — хәҙерге замандағы ун бер илдең дөйөм исеме: Мексика, Нигерия, Мысыр, Төркиә, Иран, Пакистан, Бангладеш, Индонезия, Вьетнам, Көньяҡ Корея, Филиппин, был төркөмләүҙе Goldman Sachs аналитигы Джим О’Нейл (ингл. Jim O'Neill) БРИКС дәүләттәре менән йәнәш иҡтисадтары XXI быуаттағы Халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр системаһының эре локомотивтарына әүерелеүе ихтимал булған илдәрҙе күҙҙә тотоп тәҡдим итә. Термин 2005 йылдың 15 декабрендә агентлыҡтың йыллыҡ отчетында ҡулланыуға инә[1].

«Ун бер ил төркөмө» дәүләттәре ҡыҙыл менән күрһәтелгән (һулдан уңға): Мексика, Нигерия, Мысыр, Төркиә, Иран, Пакистан, Бангладеш, Индонезия, Вьетнам, Көньяҡ Корея, Филиппин

Төркөмдәге илдәр яңы индустриаль илдәр (ЯИИ; урыҫса: новые индустриальные страны, НИС) араһында ла бар.

11 илдең 7-һе (Нигерия, Мысыр, Төркиә, Иран, Пакистан, Бангладеш, Индонезия) ислам донъяһы илдәре лә булып тора.

«Ун бер ил төркөмө» һәм ЯИИ илдәренең дәүләт иҡтисадтары составы һәм үлсәмдәре үҙгәртергә

Үҫешеүсе илдәр — яңы индустриаль илдәр үҙгәртергә

  •   Көньяҡ Корея — милли иҡтисады юғары килемле ил[2], алдынғы баҙарлы ил[3], юғары белем кимәлле ил, үҫешкән демократиялы ил, ОЭСР ағзаһы, G20 ағзаһы, АТЭС ағзаһы
  •   Мексика — милли иҡтисады уртасанан юғары килемле ил[2], 1-се баҫҡыс үҫешеүсе баҙарлы ил[3], юғары белем кимәлле ил, үҫешеүсе демократиялы ил, ОЭСР ағзаһы, G20 ағзаһы, АТЭС ағзаһы, НАФТА ағзаһы
  • «Беренсе тулҡын» ЯИИ илдәре араһында[4][5] — Сингапур, Тайвань, Гонконг (шулай уҡ «азия юлбарыҫтары» йәки «азия аждаһалары») һәм Латин Америкаһындағы Аргентина, Бразилия.

Өр-яңы индустриаль илдәр үҙгәртергә

  •   Филиппин — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], 2-се баҫҡыс үҫештәге баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, үҫешеүсе демократиялы ил, АТЭС ағзаһы, АСЕАН ағзаһы
  •   Төркиә — милли иҡтисады уртасанан юғары ил[2], 2-се баҫҡыс үҫешеүсе баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, ике полюслы сәйәси ҡоролошо ил, ОЭСР ағзаһы, G20 ағзаһы, ЕС партнеры булған ил, ОЭС ағзаһы
  •   Индонезия — милли иҡтисады уртасанан юғары ил[2], уртаса белем кимәлле ил, үҫешеүсе демократиялы ил, G20 ағзаһы, АТЭС ағзаһы, АСЕАН ағзаһы
  • «Икенсе», «өсөнсө» һәм «дүртенсе» тулҡын ЯИИ араһында[5] — Малайзия, Таиланд, Чили.

Үҫешеүсе илдәр — перспективалы индустриаль илдәр үҙгәртергә

  •   Мысыр — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], 2-се баҫҡыс үҫешеүсебаҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, Агадир килешеүенә ҡул ҡуйған ил, COMESA/Көнсығыш һәм Көньяҡ Африкала ирекле иҡтисади зона тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған ил
  •   Иран — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил, уртаса белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, ОПЕК ағзаһы, ОЭС ағзаһы
  •   Нигерия — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил[3], түбән белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, ОПЕК ағзаһы
  •   Пакистан — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], 2-се баҫҡыс үҫешеүсе баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, ике полюслы сәйәси ҡоролошло ил, ОЭС ағзаһы, СААРК ағзаһы
  •   Вьетнам — милли иҡтисады түбән килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, АСЕАН ағзаһы

Артта ҡалған илдәр — индустриаль ил булыуы ихтимал илдәр үҙгәртергә

  •   Бангладеш — милли иҡтисады түбән килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, ике полюслы сәйәси ҡоролошло ил

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Global Economics Paper 134 and Jim O’Neill, BRIMCs
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 По данным Всемирного банка
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 По данным FTSE Group
  4. Новые индустриальные страны (НИС) :: Институт географии РАН
  5. 5,0 5,1 МОДЕЛЬ РАЗВИТИЯ НОВЫХ ИНДУСТРИАЛЬНЫХ СТРАН Е. А. Брагина. ВЕСТНИК РОССИЙСКОЙ АКАДЕМИИ НАУК, 1998, том 68, № 1, с. 85-89