Түбән Яхшый[2] (Оло Имәнтамаҡ, Яхшый; татар. Түбән Яхшый, рус. Нижнее Яхшеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Түбәнге Яхшый
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Верхнеяхшеевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423765
Карта

География үҙгәртергә

Ауыл Сикия һәм Оло Имән йылғалары буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих үҙгәртергә

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1753 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[4].

XX быуат башында бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].

Халҡы үҙгәртергә

1816 йылда ауылда 17 типтәр (ир затлы), 1870 йылда — 94 башҡорт, 1912 йылда — 230 башҡорт һәм 50 типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
183418591870188419061913192019261938194919581970197919892002
258294134236280266450530537225321217122122

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 381. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 436—437. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.