Туғылым (тимер юл станцияһы)

Свердловск тимер юлының Богданович — Тюмень участкаһындағы тимер юл станцияһы

Туғылым (урыҫ. Тугулым)— Свердловск тимер юлы Богданович — Төмән участкаһындағы тимер юл станцияһы. Ул 1885 йылда асыла[1]. Свердловск тимер юл хәрәкәте идаралығы дирекцияһының Төмән тимер юл станциялары эштәрен ойоштороу үҙәгенә ҡарай. Транссебер магистраленең төп юлының 2078-се километрында, Туғылым ҡасабаһында, Туғылым район үҙәгенән көнбайышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта, Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе Туғылым ҡала округында урынлашҡан.

Туғылым
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Туғылым ҡала округы
Хужаһы Свердловск тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1885
Киләһе туҡталыш Бахметское[d] һәм 2083 км[d]
Тимер юл һыҙаты Богданович — Войновка[d]
Карта

Был станциянан Себер тракты сығырға мөмкин.

Коммерция операциялары үҙгәртергә

Вагонлап һәм ваҡ-күмәртәләп тейәлгн йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу туранан-тура тимер юлында һәм дөйөм ҡулланылышта булмаған урындарҙа ғына башҡарыла.

Брутто массаһы 20 һәм 24 тоннаға еткән универсаль контейнерҙарҙағы йөктәр инеү һәм сығыу юлдарында ҡабул ителә һәм тапшырыла.

Бөтә пассажирҙар поездарына билеттар һатыла. Багаждар ҡабул ителә һәм хужаларына тапшырыла.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  • Свердловск өлкәһенең Тимер юл станциялары, туҡталҡалар һәм урап үтеү юлдары исемлеге

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә