Трёхгорный

Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге ҡалаһы. Ябыҡ административ-территориаль берәмек

Трёхгорный — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендәге ҡалаһы. Ябыҡ административ-территориаль берәмек. Трёхгорный ҡала округы булдырылған.

Трёхгорный
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1952
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Трёхгорный городской округ[d][1]
Административ-территориаль берәмек Трёхгорный городской округ[d][1]
Халыҡ һаны 32 715 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 431 метр
Майҙан 162,49 км²
Почта индексы 456080
Рәсми сайт admin.trg.ru
Урындағы телефон коды 35191
Карта
 Трёхгорный Викимилектә

Социаль-иҡтиасди хәле тотороҡло һаналған моноҡалалар исемлегенә инә.

Географияһы үҙгәртергә

Златоуст ҡалаһынан яҡынса 100 км алыҫлыҡта, Йүрүҙән ҡалаһы янында урынлашҡан. Ҡала Йүрүҙән йылғаһы буйында тора.

Ҡала һыҙатынан ситтәге объекттар:

Завьялиха, Змеева тауҙары, Пионер күле.

Ҡала округы сиктәре үҙгәртергә

Трёхгорный ҡала округы Һатҡы муниципаль районы ерҙәре (сик оҙонлоғо — 1,9 км) һәм Ҡытау-Ивановск муниципаль районы ерҙәре (сик оҙонлоғо — 71,9 км)[3] менән сиктәш.

Тарихы үҙгәртергә

СССР Министрҙар Советының 1952 йылдың 24 ғинуарындағы 342—135сс/оп ҡарары нигеҙендә 933-сө (Приборҙар эшләү заводы — ПСЗ) атом бомбаһы етештереүсе завод төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Элек КБ-11 сериялы заводты етәкләгән Константин Арсеньевич Володин завод директоры итеп тәғәйенләнә.

1952 йылдың 9 апрелендә Йүрүҙән ҡалаһының Василовка районы эргәһенә, «Красная Горка» тимер юл станцияһына, төҙөүселәрҙең тәүге эшелоны килә.

1954 йылдың 17 мартында 17-се почта йәшнигенә (п/й) ҡараған (933-сө союз заводында) эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килә.

1955 йылдың 1 авгусында завод беренсе дәүләт заказын үтәүгә тотона. Шул уҡ йылдың август айында РДС-4 «Татьяна» тигән ике тактик авиация бомбаһы сығарыла[4].

1955 йылдың 27 октябрендә эшселәр ҡасабаһы Златоуст-20 атамаһы менән район буйһоноуына (идаралығына) күсерелә.

1959 йылдың 14 апрелендә Урал махсус тәғәйенләнешле ҡорос хәрби ҡоролмалар (конструкциялар) («Уралвоенкон-СН») заводы булдырыла[5].

1967 йылдың 1 ғинуарынан Златоуст-20-нең атамаһы Златоуст-36 тип үҙгәртелә.

1993 йылдың 29 октябрендә Златоуст-36 Трёхгорный тип үҙгәртелә һәм Силәбе өлкәһенең административ-территориаль бүленеше составына индерелә.

Халҡы үҙгәртергә

2019 йылдың 1 ғинуарына халыҡ иҫәбе буйынса Трёхгорный ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 469-сы урында тора.

Йәш төркөмдәре буйынса структураһы түбәндәгесә:

  • эшкә яраҡлы йәшкә етмәгәндәр — 16,4 %,
  • эшкә яраҡлы йәштәгеләр — 62,2%-тан ашыу,
  • эшкә яраҡлы йәштән өлкәндәр — яҡынса 21,4 %.

2020 йылғы мәғлүмәт буйынса Трёхгорный ҡалаһында 33 678 кеше йәшәгән[6].

2021 йылға Силәбе өлкәһе Трёхгорный ҡалаһында 33 713 кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса Трёхгорный Рәсәйҙең 1117 ҡалаһы араһында 469-сы урын биләй[7].

Иҡтисады үҙгәртергә

Ҡалала 635 ойошма теркәлгән, шуларҙың 200 самаһы ҙур һәм урта категорияға ҡарай.

Ҡаланың төп предприятиеһы — «Приборҙар эшләү заводы» (ядро боеприпастарын етештереү менән шөғөлләнә).

Трёхгорныйҙан йыраҡ түгел Силәбе һәм Башҡортостан Республикаһы территорияларында урынлашҡан үҙенсәлекле флора һәм фаунаға эйә Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы сиге үтә.

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Ҡала сиге һыҙығынан тышта:

Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре (СНТ), Йүрүҙән комплекслы урман сәнәғәт хужалығының (леспромхоз) Ҡотҡур, Мәсеҙе һәм Йүрүҙән лесничестволары, Һатҡы комплекслы урман сәнәғәт хужалығының Бакал лесничествоһы, Ҡытау-Ивановск—Вязовая тимер юлы урынлашҡан.

Ҡала янындағы объекттарҙың топонимикаһы үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:

Ҡотҡур, бәләкәй йылға, Йүрүҙән йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡорт һәм татар халыҡтарында таралған Ҡотҡур исеменән, бында: ҡот — «йән», «бәхет», ҡурҡыу — «ҡыйыуһыҙлыҡ», «ҡурҡаҡлыҡ»


Өс тау — Завьялиха, Шыйҙа һәм Бархотина тауҙары үҙәненең битләүендә урынлашҡанға Трёхгорный тип аталған[9].

Транспорты үҙгәртергә

Автовокзалдан Силәбегә (Златоуст (Алтынтамаҡ), Баҡал, Һатҡы), Өфөгә (Эҫем, Әшә), Йүрүҙәнгә рейстар йөрөй.

Белем биреү учреждениелары үҙгәртергә

  • «106-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль коммерция нигеҙендә дөйөм белем биреү учреждениеһы
  • «108-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
  • «109-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
  • «110-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
  • «112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
  • «VIII төрҙәге 111-се махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты» мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәрҙең муниципаль ҡаҙна махсус (коррекция) дөйөм белем биреү учреждениеһы
  • «Белем биреү үҙәге» муниципаль киске (сменалы) белем биреү учреждениеһы
  • Трехгорный технологиялар институты — «„МИФИ“ милли тикшеренеү ядро университеты» (Мәскәү инженер-физик институты) федераль дәүләт автономиялы юғары белем учреждениеһы филиалы.

Спорт үҙгәртергә

Завьялиха тауы битләүендә саңғы-тау комплексы урынлашҡанлыҡтан, һуңғы ваҡытта Трёхгорный тау саңғыһы спорты һәм ял үҙәге булараҡ киң билдәлелек алды[10].

  • «1-се Олимпия резервының махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы
  • «Олимпия резервының бокс буйынса махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе» өҫтәмә белем биреү муниципаль коммерция белем биреү учреждениеһы
  • Олимпия резервының дзюдо буйынса махсуслаштырылған балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе" өҫтәмә белем биреү муниципаль коммерция белем биреү учреждениеһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Трёхгорныйҙың флагы
  • Озёрск
  • Снежинск

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Шувалов Н. И. Куткуртка // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Relation: ‪Трёхгорный городской округ‬ (‪1517669‬) | OpenStreetMap
  4. Е. Корчагин. Создание ядерного щита Отечества
  5. О компании - Уралвоенкон-СН (Трёхгорный). http://xn--80aejucobedm6a.xn--p1ai.+Дата обращения: 29 октябрь 2018. 2019 йыл 30 декабрь архивланған.
  6. Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
  7. Численность населения г. Трёхгорный Челябинской области
  8. Шувалов Н. И. Куткуртка // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  9. Ҡала атамаһы 2021 йыл 13 май архивланған.
  10. Уралда. Туристарға ярҙамға(недоступная ссылка)