Ташкиҫән (Әзербайжан)

Ташкиҫән (әзерб. Daşkəsən)Дашкесан — Әзербайжандың көнбайышындағы ҡала, илдең Ташкиҫән районының административ үҙәге.

Ташкиҫән
әзерб. Daşkəsən
Рәсем
Рәсми атамаһы Daşkəsən
Дәүләт  Әзербайжан
Административ үҙәге Дашкесанский район[d]
Административ-территориаль берәмек Дашкесанский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Халыҡ һаны 10 566 кеше (2009)[1]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q104030916?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Daşkəsən[d]
Карта
 Ташкиҫән Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Гәнжә>нән көньяҡ-көнбайышҡа табан 36 км һәм Баҡы>нан 397 км алыҫлыҡта Ҡусҡарсай йылғаһы буйында таулы урында урынлашҡан. Хәҙерге Ташкиҫән өс өлөштән тора.

Топонимикаһы үҙгәртергә

Ҡаланың исеме әзербайжан телендәге «daş» (таш) һәм «kəsən» (киҫкән) һүҙҙәренең ҡушылмаһы булып тора һәм һүҙмә-һүҙ « таш киҫкән ер» тигәнде аңлата[2][3].

Тарихы үҙгәртергә

Дашкесан Муровдаг һәм Шахдаг ҡалаһы һырттарының төньяҡ битләүҙәрендәге рудниктарҙан алыҫ түгел барлыҡҡа килгән, диңгеҙ кимәленән 1600—1800 м бейеклектә урынлашҡан. Ул ваҡытлыса төҙөүселәр ҡасабаһы һәм ҙур булмаған рудник ҡасабаһы нигеҙендә формалаша башлай, сәнәғәт әһәмиәтенә эйә булған тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә әҙерлек осоронда барлыҡҡа килә[4].

2022 йылдың 8 июлендә 2038 йылға тиклем ҡала үҫешенең генераль планы раҫлана[5].

Халҡы үҙгәртергә

1989 йылғы Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Ташкиҫәндә10 438 кеше йәшәгән[6]. Хәҙерге ваҡытта ҡалала башлыса әзербайжан халҡы йәшәй.

Иҡтисады үҙгәртергә

Совет осоронан ҡалала Әзербайжан тау-байыҡтырыу комбинаты эшләгән.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://web2.anl.az:81/read/page.php?bibid=149514&pno=45
  2. Ministry of Culture and Tourism of Azerbaijan:Dashkesen city
  3. Maria Adelaide Lala Comneno, Pablo Cuneo, Setrag Manoukian. Gharabagh. OEMME Edizioni, 1988, p. 56. Архивная копия от 20 ноябрь 2021 на Wayback Machine
  4. Эфендизаде Р. М. Архитектура Советского Азербайджана. — М.: Стройиздат, 1986. — С. 124. — 316 с.
  5. Утверждены генпланы городов Дашкесан и Тертер. Apa.az. Дата обращения: 27 июль 2022. Архивировано 13 июль 2022 года.
  6. Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей. Дата обращения: 12 февраль 2010. Архивировано 4 февраль 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [ Дашкесан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.