Тары — тары культураһы (Panicum) емештәрен ярма ярғыста ҡабығынан таҙартып алынған ярма.

Тары ярмаһы, 1 сорт, ГОСТ 572-60

Кёнига мәғлүмәте буйынса составы:

Таҙартылмаған бөртөк Тары
Һыу
10,66 10,97
Азотлы матдәләр
9,29 10,82
Май 3,50 5,46
Шәкәр 1,33 1,19
Декстрин 3,51 7,16
Крахмал 61,09 59,40
Клетчатка 7,29 2,64
Көл 2,35 2,36

Көлөндә бик аҙ миҡдарҙа калий һәм күберәк кремний бар. Бөртөктәренән, ғәҙәттә, он тартылмай, ярма сифатында ғына ҡулланыла. Туҡлыҡлы һәм сәләмәк аҙыҡ булып тора. Икмәк кеүек күп һайын ҡулланғанда ла ялҡытмай.[1]

Туҡлыҡлылығы үҙгәртергә

Тары ярмаһында аҡһым ауырлығынан 11 % алып тора, был юғары күһәткес бойҙайға яҡын. Тары В1, В2, В5 витаминдарына, бигерәк тә РР витаминына бай. Организм өсөн мөһим булған, тимер, фтор, магний, марганец, кремний, баҡыр, кальций, калий, цинк кеүек макро- һәм миктоэлементтар бар.

 
Башҡорттар тырмалы салғы менән тары урыуҙа. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Пшено // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)