Cәҙе буйы (Бөлдөрөү) —— башҡорт халыҡ йыры.

Риүәйәте үҙгәртергә

Халыҡ йырҙарының күбеһенән күренеп тора, башҡорт йырҙы күңел асыр өсөн генә сығармаған. Ул йырға тарихын, зарын һалған.

Сәҙе буйы… был йыр ҙа Шарлы урман, Өйҙөрәк буйы кеүек үк башҡорттарҙың ерһеҙ ҡалыуы хаҡында бәйән итә. Юлай Ғәйнетдинов башҡарыуындағы халыҡ көйҙәренән торған аудиоальбомда Сәҙе йылғаһының хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә ағыуы хаҡында әйтелә. Сәҙе буйы йырында батша хөкүмәтенең Сәҙе буйындағы боронғо башҡорт ерҙәрен тартып алып урыҫ казактарына биреүе, урындағы халыҡтың тыуған еренән айырылырға мәжбүр булыуы бәйән ителә, тип билдәләй ҡурайсы. Шуға ла йырҙың икенсе исеме — Бөлдөрөү.

Билдәле этнолог, тарихсы Рәил Кузеев был хаҡта үҙенең Башҡорт халҡының килеп сығышы, тип исемләнгән китабында яҙып сығара. Башҡорт ырыуҙары бөрйәндәр менән үҫәргәндәрҙең Оло Ырғыҙ, Оло һәм Кесе Үҙән, Сәҙе буйҙарында төпләнеүе хаҡында яҙа әҙип. Бөрйән һәм үҫәргән башҡорттарының 16—18-се быуаттарҙа Оло һәм Кесе Үҙән, Сәҙе буйҙарында аҫаба ерҙәре була. 17—18-се быуаттарҙа был ерҙәргә ҡыпсаҡтар ҙа килә. 19-сы быуаттың икенсе яртыһында Һарытау губернаһы хөкүмәте Сәҙе башҡорттарын Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек буйҙарына көсләп күсерә башлай. Сәҙе башҡорттары үҙ төйген ташлап китергә мәжбүр була. 1911-се йылда Сәҙе буйҙарындағы бик һирәк башҡорт ауылдары осраһа, унан һуң бер ниндәй хәбәр булмай, тип яҙа Рәил Кузеев.

Шулай итеп, башҡорттар ерһеҙ ҡалып, Сәҙе буйы йыры барлыҡҡа килә.

Йырҙың тексы үҙгәртергә

Сәҙе генә буйы, ай, аҡ татыр,
Ат аяҡҡайҙарын да аҡһатыр.
Беҙҙең генә уйнап йөрөгән ерҙә,
Күк үләндәр үҫмәй ҡаҡ ятыр.


Эйелмәнек; дуҫтар, бөгөлмәнек,
Элмәле лә тунды беҙ кеймәнек.
Ожмахта ғына булған Сәҙе буйын
Йәшлек менән ҡәҙерен белмәнек.

Нотаһы үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә