Сифат

предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө

Сифат — предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө, ниндәй?, ҡайһы?, ҡайҙағы?, ҡасанғы? һорауҙарына яуап бирә. Сифат исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай

Сифат таблицала

Сифат тураһында дөйөм төшөнсә үҙгәртергә

Морфологик йәһәттән сифаттар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифаттар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.

Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде. (М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев.)

Сифаттарҙың яһалышы үҙгәртергә

Башҡорт телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот — болотло, оял — оялсан, эш — эшсән. Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһалма сифат, ҡушма сифат.

Тамыр сифат үҙгәртергә

тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.

Яһалма сифат үҙгәртергә

Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:

  • исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.
  • ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).
  • һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.
  • исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.
  • үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси

Ҡушма сифат үҙгәртергә

Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.

  • парлы: аҡлы-ҡаралы, яҙлы-көҙлө.
  • ҡабатлау:көслө-көслө, һылыу-һылыу.
  • бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй),

Төп һәм шартлы сифаттар үҙгәртергә

Сифаттар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, икегә: төп һәм шартлы — сифаттарға бүленә.

Төп сифаттар үҙгәртергә

Туранан—тура билдәһен белдерә: аҡ сәскә, киң өҫтәл, һәйбәт кеше, тәртипле бала.

Төп сифаттар предмет билдәһенең ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ—ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара—ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл—ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл.

Шартлы сифаттар үҙгәртергә

Предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт, йөн күлдәк, таш йорт, йәйге эҙе, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, өйҙәге кешеләр. Шартлы сифаттарға урыҫ теленән ялғауҙарҙы ҡыҫҡартып алынған сифаттар ҙа инә: социалистик, революцион, индустриаль.

Шартлы сифат дәрәжә менән үҙгәрмәй. Ул предметтың үҙгәрмәй торған билдәһен белдерә:Ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.

Сифат дәрәжәләре үҙгәртергә

Предметтың билдәһе төрлөсә, төрлө кимәлдә, йәғни төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. Тел саралары ярҙамында предмет билдәләренең төрлө булыуын күрһәтеп була. Төп сифаттың дүрт дәрәжәһе була.

Төп дәрәжә үҙгәртергә

Төп дәрәжәләге сифат предмет аңлатҡан билдәнең төп мәғәнәгә тура килеүен белдерә йәғни был предметта сифат белдергән билдә артыҡ та, кәм дә түгел. Мәҫәлән: аҡ-аҡ төҫтө белдерә: аҡ йорт, аҡ ҡағыҙ, аҡ күлдәк. Төп дәрәжәләге сифатҡа бер ниндәй ялғау ҡушылмай.

Тамыр һәм яһалма сифаттар төп дәрәжәлә килә.

Сифаттарҙың мәғәнәһен тамыр һәм яһалма сифаттар белдерә.

Сағыштырыу үҙгәртергә

Бер предметың билдәһе икенсе предметта күберәк йә аҙыраҡ булыуын күрһәтә:матурыраҡ һүрәт, ағыраҡ тауар.

Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе ике төрлө юл менән яһала: а)тамыр(нигеҙ) сифат һуҙынҡы өнгә бөтһә, -раҡ, -рәк, тартынҡы өнгә бөтһә -ыраҡ, -ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: аҡсалы- аҡсалыраҡ, белемле- белемлерәк, киң- киңерәк, тоҙло- тоҙлораҡ,

Артыҡлыҡ үҙгәртергә

Артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттар бер предметтағы билдәнең башҡа шундай уҡ предметтарҙағы билдәнән бик күпкә артыҡ икәнен белдерәләр. Һүҙҙең беренсеижегенә – п  ҡушып, йәки һүҙгә иң, бик, уғата, үтә, ифрат, ныҡ  ҡушылып яһала: ҡып-ҡыҙыл, йәп-йәшел; бик көслө, ифрат белемле, иң бейек, үтә шәп.

Аҙһытыу үҙгәртергә

Аҙһытыу дәрәжәһендәге сифаттар предмет билдәһенең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерәләр. Аҙһытыу дәрәжәһе -ғылт, -гелт, -ҡылт, -келт, -һыл, -һел, -һыу ялғауҙары ярҙамында яһала: ҡыҙғылт, йәшкелт, күкһел.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Бөтә төп сифаттар ҙа аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай, мәҫәлән: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур.

Синоним сифаттар үҙгәртергә

Уртаҡ мәғәнәле йәки мәғәнәләре яҡын булған сифаттарҙы синоноим сифаттар тип йөрөтәләр. Мәҫәлән: матур, сибәр , һылыу, зифа, нәфис, гүзәл.

Исемләшкән сифаттар үҙгәртергә

Сифаттарға грамматик анализ яһау тәртибе үҙгәртергә

  • Сифаттың башланғыс формаһы
  • Сифаттың төрө (төп, шартлы)
  • Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)
  • Дәрәжәһе (төп, аҙһытыу, артыҡлыҡ, сағыштырыу)
  • Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә.

Анализ өлгөһө үҙгәртергә

Көнбағыш баҫыуы һап-һары келәм менән ҡапланды. (Я. Хамматов.)

Телдән үҙгәртергә

Һап-һары — сифат, башланғыс формаһы— һары, төп сифат, тамыр сифат, артыҡлыҡ дәрәжәһендә, һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

Яҙма үҙгәртергә

Һап-һары —төп сифат, там.сифат, арт.дәр., аныҡлаусы.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө — 2000 йыл. ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө — 2008 йыл. ISBN 978-5-295-04288-1
  • В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек. Өфө — 2009 йыл. ISBN 5-295-02834-8