Викидатала элемент юҡ

Сибәғәт — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы үҙгәртергә

Сибәғәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән төҙ, буяу тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Рахманғолов Сибәғәт Ғибат улы (4 март 1963 йыл) — башҡорт журналисы, йәмәғәтсе. «Ишембай телевидениеһы» автономлы муниципаль учреждение директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Хабибуллин Сибағат Хабибула улы (1902 — 05.1976). тыуған Алағуз ауылы Ҡыйғы районы БАССР. 3-сө дәрәжә Дан ордены.Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены . «Батырлыҡ өсөн» миҙалы. «Миҙал Хәрби хеҙмәттәре өсөн».

Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы 1904 — 24ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры. Лейтенант.

Яруллин Сибәғәт Әсҡәҙулла улы Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Фамилиялар үҙгәртергә

Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы (1912 йыл — 2001 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1943,1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1944) ордендары кавалеры.

Сибәғәтов Мөхәмәтғәли Сәғит улы (1.01.1938), Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.

Сибәғәтов Радик Ғәли улы (29.05.1934—6.05.2005), ғалим-тел белгесе, 1970—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан (1993) һәм Татарстан (2004) республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ