Серб-хорват теле

көньяҡ славян телдәренең береһе

Серб-хорват теле (шулай уҡ серб-хорват теле, хорват-серб теле, ҡайһы берҙә югослав теле; srpskohrvatski/српскохрватски, hrvatskosrpski/хрватскосрпски, bosansko-hrvatsko-srpski jezik/босанско-хрватско-српски језик) — көньяҡ славян телдәренең береһе. Элекке Югославияла әҙәби тел (әммә 1954 йылдан рәсми рәүештә ике әҙәби норманың булыуы таныла), Югославия тарҡалғандан һуң тел өҫтө койнеһы булып тора. Элекке Югославия (Словениянан һәм Төньяҡ Македониянан башҡа) территорияһындағы диалекттар йыйылмаһына таяна.

Серб-хорват теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

Srpskohrvatski jezik/Српскохрватски језик

Илдәр

Югославия Югославия — башта,
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина,
Сербия Сербия,
Хорватия Хорватия,
Черногория Черногория

Был телдә һөйләшеүселәр

21 миллионға яҡын[1]

Телде белеүселәр

43

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа телдәр ғаиләһе

Славян тармағы
Көньяҡ славян телдәре төркөмө
Көнбайыш төркөмсәһе
Әлифба

кириллица (вуковица), латиница (гаевица)

Тел коды
ISO 639-1

sh (юҡҡа сыҡҡан)

ISO 639-2

ISO 639-3

hbs

Был телдә Википедия
рәсми телдәр: серб теле, хорват теле, босний теле һәм черногор теле (2006)

Ҙур Рәсәй энциклопедияһы серб-хорват телен «сербтар, хорваттар, босняктар һәм черногорҙар теле» тип билдәләй[2].

Элекке Югославияның төрлө республикаларында төрлөсә атала:

Тарихи диалекттар үҙгәртергә

 
Штокав диалекты картаһы
 
XVI быуатҡа тиклем диалекттарҙың тарихи таралыуы (ҙур масштаблы миграцияларҙың башы).

Тарихи һөйләштәр (наречия), өс төп зона: чакав, штокав һәм кайкав наречиелары, «что» алимашы ҡайҙа нисек әйтелә, наречие ла шундай атама алған: ча — ча, што — што һәм кај — кай) — үҙ-ара аралашҡанда, аңлашып булһа ла, аныҡ айырмалыҡтар ҙа етерлек.

Сербияның көнсығышындағы торлак диалекты, ошо билдә буйынса «штокав» зонаһына инһә лә, грамматик (исем парадигмаһын ябайлаштырыу) һәм лексик яҡтан болгар һәм македон телдәре, шулай уҡ Румыния территорияһындағы карашев һөйләше менән яҡынлаша.

Чакав һәм кайкав диалекттары, Хорватия территорияһында ғына ҡулланылғанлыҡтан һәм уларҙа фәҡәт католиктар ғына һөйләшкәнлектән, хәҙер хорват теленең бер өлөшө тип һанала. Чакав диалектының территорияһы байтаҡ кәмегән (ул Адриатика диңгеҙе яры буйында ғына һаҡланған) һәм словен теленә бик яҡын кайкав диалекты биләмәһе лә күпкә аҙыраҡ.

Штокав диалекты, үҙ сиратында, тарихи көнбайыш (Босния, Хорватияның көнсығышы) һәм көнсығыш (көнсығыш өлөшөнән һәм Черногориянан башҡа Сербия) таралыу зонаһына бүленә. XVI быуаттан башлап көньяҡ славян ерҙәрендә көсәйгән миграциялар тарихи диалект өлкәләрен йотто һәм яйлап штокав диалекты нигеҙендә дөйөм әҙәби тел барлыҡҡа килде. Берҙәм әҙәби норма килеп сыҡмаһа ла, быға тиклем серб-хорват теленең варианттары тип аталған (серб, хорват, босния, черногор) телдәренең рәсми (әҙәби) нормалары штокав диалектына нигеҙләнгән.

Тарихы үҙгәртергә

Барлыҡҡа килеүе үҙгәртергә

 
Хорватиялағы Даль ауылында ике телдә яҙылған күрһәтеү билдәләре

XIX быуат уртаһына тиклем православ серб ерҙәре, өлөшләтә католик, өлөшләтә православ Хорватияһы һәм өлөшләтә католик, өлөшләтә православ, ә ғибәҙәт ҡылыу, һуңынан өлөшләтә исламләштерелгән Босния территорияларында әҙәби традициялар үҙаллы, айырым диалекттар нигеҙендә үҫешә. Католик хорват һәм босний өлкәләренең полиүҙәклегендә серб православие традицияларының сағыштырма мәҙәни гомогенлығы осорҙоң төп һыҙаты булып тора, унда һәр ваҡыт өс төп диалект системаһы нигеҙендә (Истрия, Далмация, Дубровник-Рагуза, Славония, Босния) үҙ әҙәбиәте була. Берҙәм серб-хорват теле нигеҙҙәре XIX быуат башында серб мәғрифәтсеһе, грамматисы, лексикографы һәм яҙыусыһы Вук Караджич тарафынан һалынған, һуңынан берҙәм әҙәби тел булдырыу тураһында ҡарар 1850 йылда Вена әҙәби килешеүе менән серб һәм хорват интеллектуалдары араһында раҫланған. XIX быуаттың икенсе яртыһында Ҡараджич стандарты нигеҙендәге серб-хорват телен өҫтәмә кодификациялау барған. Бер үк ваҡытта самалы масштабта булһа ла, был зона диалекттары нигеҙендә башҡа әҙәби нормалар ҙа була (мәҫәлән, Австрияла градищан-хорват теле, кайкав әҙәби теле).

Хорват нормаһының айырымланыуы үҙгәртергә

Усташтар режимы неологизмдар барлыҡҡа килтереү юлы менән яһалма рәүештә хорват әҙәби телен серб теленән айырырға тырышҡан (ул ваҡыттағы барлыҡ неологизмдар ҙа телдә үҙләшмәгән).

1954 йылда Новисад килешеүе төҙөлгән, унда серб-хорват теленең хорват һәм серб варианттарының барлығы танылған.

1967 йылдың 16 мартында Хорватия интеллигенцияһы вәкилдәре (Мирослав Крлежа, Радослав Катичич, Томислав Ладан, Далибор Брозович) Хорват әҙәби теленең исеме һәм хәле тураһында Декларацияға ҡул ҡуя, улар өс кенә түгел, ә дүрт телдең: словен, хорват, серб һәм македон телдәренең тиң хоҡуҡлығын, шулай уҡ Хорватия республикаһында властың бөтә органдарында хорват телен ҡулланыуҙы талап итә. Шул уҡ ваҡытта «Матица сербская» («Матица српска») хорват мәҙәниәтенең төп учреждениеһы «Матица Хорватская» («Matica hrvatska») хеҙмәттәшлектә төҙөп ятҡан "Ҙур серб-хорват һүҙлеге"н тамамлауҙан баш тартты. Был декларация, Белград ҡалаһында хөкүмәттең ныҡ ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, телдәрҙең берләшеү сәйәсәте туҡтатылғайны. Ваҡиғаларҙы башлаған был декларация тарихта «Хорват яҙы» исеме менән атала.

Югославия тарҡалғанға тиклем «статус кво» һаҡланған: Хорватияла «хорват йәки серб» (1974 йылдан алып) исеме аҫтында хорват теле ҡулланылған, шул уҡ ваҡытта Сербияла был тел «серб-хорват теле» тигән атама менән ҡулланылыуын дауам иткән. Власҡа Слободан Милошевич килгәнсе шулай дауам иткән.

Әҙәби норманың тарҡалыуы үҙгәртергә

Югославия тарҡалғандан һуң, бер ни тиклем урындағы әҙәби йолаларҙы иҫәпкә алып, тарихи һәм диалект принцибы буйынса, милләтселек нигеҙендә яһалма фекер айырымланыуы арҡаһында, элекке көньяҡ югослав республикаларында үҙ тел стандарттары әүҙем формалаша башлай. Сербияла (әлеге ваҡытта серб теле тип атала) һәм Хорватияла шулай эшләнде. Боснияла өс тел рәсми статусҡа эйә: серб, хорват һәм босний (ҡайһы берҙә рус әҙәбиәтендә «босан» тип йөрөтөлә). 2006 йылдан бойондороҡһоҙ булып киткән Черногорияла ҡайһы берҙә черногор теле лә бар (был телде булдырыу хәрәкәте 1995 йылдан башлана һәм бойондороҡһоҙ Черногория Конституцияһына ярашлы, черногор теле дәүләт теле булып тора).

Мәҫәлән, Хорватияла «консерватив неологизмдар» тураһында — йәғни үҙләштерелгән һүҙҙәр урынына хорват тамырҙарынан яһалған һүҙҙәр (славян нигеҙле һүҙҙәр) төҙөү тураһында ҡәтғи (йыш ҡына ғәмәлдә ҡулланыу өсөн яраҡһыҙ) ҡағиҙәләр индерелә. Күп осраҡта был тенденция 1940-сы йылдарҙағы тел практикаһын дауам итә. Парадоксаль хәл килеп тыуҙы — ҡайһы бер осраҡтарҙа серб тамырҙарынан барлыҡҡа килгән хорват неологизмдары ысын хорват кайкав һәм чакав диалекттары һүҙҙәрен ҡыҫырыҡланы. Босний телендә, интеллигенция яғынан ҡаршылыҡ тыуҙырмаған, (Балҡан ярымутрауында, Югославияның бөтә территорияһында, боронғо тел синонимдары менән бер рәттән тәҡдим ителгән) төрки һүҙҙәр, ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре нығытыла.

Заманса серб стандарты Югославия СФР-да яҙылған телгә яҡыныраҡ һәм был осраҡлы түгел. Әммә үҙ нормаларын булдырып, айырымланыуға ынтылыш Сербияла ла күренеп тора. Сербия һәм Черногория союзы тарҡалғандан һуң, Сербия конституцияһы рәсми яҙыу нормаһы тип кириллицаны ғына күҙ уңында тота, ләкин көнкүрештә һәм айырым матбуғат баҫмаларында латиница СФРЮ заманына ҡарағанда ла йышыраҡ файҙаланыла.

Шулай итеп, серб-хорват теле бик яҡын вариҫ туған телдәргә тарҡала: был мәсьәлә уның күпселек йөрөтөүселәренең (шул иҫәптән, эмиграцияла ла), был мәсьәлә ярайһы уҡ ныҡ сәйәсиләштерелде һәм миллилек менән бәйле. Сит ил лингвистары, әммә хәҙер ҙә йыш ҡына берҙәм серб-хорват теле тураһында һөйләй, ә яңы милли варианттарға улар араһында айырма принципиаль булғанда йәки һүҙ диалекттар тураһында барған осраҡта мөрәжәғәт итә.

Хорват теленең кайкав һәм чакав диалекттары араһындағыға ҡарағанда, мәҫәлән, серб, хорват һәм босний телдәренең әҙәби нормалары араһында айырма күпкә әҙерәк (улар бөтәһе лә штокавицаға нигеҙләнгән).

Серб, хорват, босний телдәре араһындағы айырмаларҙың ҡыҫҡа исемлеге үҙгәртергә

Алфавит үҙгәртергә

Серб-хорват теле өсөн ике яҙма системаһы: серб латиницаһы[3] йәки хорват латиницаһы (гаевица) һәм серб кириллицаһы (вуковица) ҡулланыла. Боснияла һәм Черногорияла кириллица һәм латиница рәсми рәүештә тигеҙ, әммә Черногорияла латиница күпселек баҫмаларҙа өҫтөнлөк итә (1990-сы йылдарға тиклем Черногорияла кириллица ғына файҙаланыла). Хорватияла латиница ғына ҡулланыла (XIX быуатҡа тиклем шулай уҡ глаголица ҡулланылған). Сербияла кириллица рәсми рәүештә өҫтөнлөклө алфавит булып тора, әммә рәсми булмаған осраҡта латиница йыш ҡына ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта Сербияның бер нисә гәзите латиницала ғына сыға. Интернетта ла латиница өҫтөнлөк итә.

Черногорияла элекке Югославияның башҡа илдәрендә ҡулланылмаған өҫтәмә хәрефтәр ś һәм ź (кириллицала — С́ һәм З́) индерелгән.

Элекке «ять» үҙгәртергә

Ҡайһы бер диалекттарҙа был өн — «э» (яҙмала — e), икенселәрендә йомшаҡ «е» йәки «ие» тигән һүҙҙәрҙә (яҙмала — je йәки ije, һуҙынҡының оҙонлоғона һәм баҫымға ҡарап, хатта бер тамырлы һүҙҙәрҙә лә яҙыу айырылыуы мөмкин; мәҫәлән, хорв. vrijeme — «время», ләкин suvremenik — «современник») үҙгәргән; яҙыу хатта бер нисә һүҙҙә лә сағыла ала; мәҫәлән, хорв. Шуға күрә «экав» йәки «иекав» диалекттары (шулай уҡ «икав» диалекттары, унда «ять» «и»ға әйләнгән) бар. Хорват телендә рәсми рәүештә, «экав» (мәҫәлән, greška — «ошибка») һәм бик күп булмаған «икав» (мәҫәлән, dio «часть», ismijavati «высмеивать») бөрсөктәре менән, «иекав» нормаһы ғына таныла. Черногорияла һәм Боснияла йыш ҡына «иекав» нормаһы, Сербияның үҙендә — «экав» нормаһы ҡулланылһа ла, серб телендә «экав» һәм «иекав» нормалары формаль яҡтан тигеҙ. Миҫалдар: хорв. vrijeme («время, погода») — серб. време, хорв. rječnik («словарь») — серб. речник. Шулай итеп, әгәр текст «иекав» нормаһы буйынса латиница менән яҙылһа, был текст, моғайын, хорват йәки черногорский телендә була; был шарттарҙың береһе булһа ла үтәлмәй икән — серб телендә.

Инфинитив үҙгәртергә

Серб телендә, болгар һәм македон телдәрендә кеүек, «да + ҡылымдың зат формаһы» конструкцияһы менән инфинитивты ҡыҫырыҡлап сығарыуға тотороҡло әүәҫлек бар. Миҫал: хорв. Hoću jesti (Я хочу есть) — серб. Хоћу да једем (инфинитив: јести).

Үҙләштермәләр үҙгәртергә

Хорватияла хөкүмәт славян тамырҙарынан барлыҡҡа килгән неологизмдар тарафынан үҙләштермәләрҙең ҡыҫырыҡланыуына йүнәлтелгән пуризм сәйәсәтен үткәрә. Миҫал: хорв. sveučilište [свэучилиштэ] («университет») — серб. универзитет, хорв. nogomet [ногомэт] («футбол») — серб. фудбал һ.б. Әммә тәжрибә күрһәтеүенсә, нигеҙҙә канцелярия ҡулланылышындағы неологизмдар йәшәй. 1941—1945 йылдарҙа Анте Павеличтың усташ хөкүмәте «беҙҙең сербтар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығыбыҙ юҡ» сәйәсәте сиктәрендә шулай уҡ әүҙем рәүештә неологизмдар индерә: (krilnik «генерал», slikopis «киноплёнка», munjovoz «трамвай» һ.б.), әммә һуғыштан һуң улар юҡҡа сыға һәм хәҙерге хорват телендә тергеҙелмәй. Киреһенсә, серб телендә үҙләштерелгән һүҙҙәр ярайһы уҡ киң ҡулланыла. Шулай уҡ серб теленең хорват теленән айырмаһы ай атамаларында сағыла: серб телендә ай атамалары, хәҙерге рус телендәге кеүек, латынға барып тоташа (фебруар, март, април, хорват телендә, бер үк айҙың атамалары һәр телдә тап килмәүгә ҡарамаҫтан, хәҙерге белорус, украин, поляк һәм үрге лужиц телдәрендәге кеүек, славян исемдәре файҙаланыла (veljača «февраль», ožujak «март», travanj «апрель»).

Урындағы лексика үҙгәртергә

Бында айырмалар ныҡ күҙгә ташлана. Миҫалдар: серб. позориште («театр») — хорв. kazalište һ.б. Уларға серб телендә үҙләшкән, әммә хорват телендә юғалған хәҙерге яҙыусыларҙың нелогизмдарын индерергә була, һәм киреһенсә. Ҡайһы саҡта бер үк һүҙ серб һәм хорват телдәрендә төрлө мәғәнәгә эйә: voz — серб. «поезд», хорв. воз, «телега». Ләкин әгәр ҙә сербтар диалект һүҙҙәрен (хәҙерге хорват неологизмдарынан тыш) ҡулланыуға, шулай уҡ «иекав» әйтелешенә һәм яҙыуына түҙеп ҡараһалар ҙа, Хорватия хөкүмәте, киреһенсә, телдән "сербизм"дарҙы алып ташлау кампанияһын үткәрә.

Аффикстар үҙгәртергә

Серб һәм хорват телдәрендә бер үк һүҙьяһалыш аффикстары төрлө дәрәжәлә продуктив. Мәҫәлән, хорват телендә профессияларҙы һәм шөғөлдәрҙе билдәләү өсөн -nik и -telj суффикстары киң ҡулланыла, серб телендә — һирәк, улар урынына -ац, -ач, -ица, -ар һ. б. ҡулланыуҙы яҡшыраҡ тип иҫәпләйҙәр. Фәҡәт серб йәки хорват теленә генә хас аффикстар бар: мәҫәлән, серб са-һына хорват sa- йәки su тап килеүе мөмкин.

Сит ил исемдәрен, фамилияларын һәм ҡайһы бер атамаларын тапшырыу үҙгәртергә

Хорват һәм босний яҙмаларында (миҫал: pizza), серб телендә (хатта латиница ҡулланғанда ла) — транскрипция (миҫал: пица/pica) уларҙың тәүге яҙыуы ҡулланыла.

Лексикалағы айырымлыҡтарға миҫалдар үҙгәртергә

Рус теле Хорват теле Серб теле (кириллица) Серб (латиница)
«Сравнение» Usporedba Поређење Poređenje
«Европа» Europa Европа Evropa
«Нидерланды» Nizozemska Холандија Holandija
«Итальянцы» Talijani Италијани Italijani
«Вселенная» Svemir Васиона, Свемир Vasiona, Svemir
«Позвоночник» Kralježnica Кичма Kičma
«Воздух» Zrak Ваздух Vazduh
«Образование» Odgoj Васпитање Vaspitanje
«Неделя» Tjedan Седмица, Недеља Sedmica, Nedelja
«История» Povijest Историја, Повест Istorija, Povest
«Штаны» Hlače Панталоне Pantalone
«Живот» Trbuh Стомак, трбух Stomak, trbuh
«Наука» Znanost Наука Nauka
«Лично» Osobno Лично Lično
«Лицо» Osoba Лице, Особа Lice, Osoba
«Организация Объединённых Наций» Ujedinjeni Narodi или
Organizacija Ujedinjenih Naroda
Уједињене Нације или
Организација Уједињених Нација
Ujedinjene Nacije или
Organizacija Ujedinjenih Nacija
«Хлеб» Kruh Хлеб Hleb
«Искусственное» Umjetno Вештачко Veštačko
«Крест» Križ Крст Krst
«Шея» Šija Врат Vrat
«Зеркало» Zrcalo Огледало Ogledalo
«Тысяча» Tisuća Хиљада Hiljada

Башҡалар үҙгәртергә

Синтаксиста, һорау конструкцияларында (хорв. je li… йәки da li… — серб. тик да ли…), һ.б. әллә ни ҙур булмаған айырмалар бар.

Фонетика һәм транслитерация үҙгәртергә

Серб телендә «х» йә «й» өндәренең һуҙынҡылар араһындағы позицияһын «в»-ға үҙгәртеү әүәҫлеге бар. Миҫалдар: хорв. kuhati — серб. кувати йә кухати (ике вариант та тигеҙ хоҡуҡлы), хорв. uho — серб. ухо йә уво, хорв. vjerojatno — серб. вероватно һ.б. Ләкин ул даими түгел һәм күрше македон телендәге кеүек һуҙынҡылар араһында һәм һүҙҙең аҙағында «х»-ның тулыһынса юҡҡа сығыуына килтергән тиклем көслө түгел. Бынан тыш, серб телендә ҡайһы бер осраҡта унан һуң һуҙынҡы булмағанда төшөп ҡалыусан һуҙынҡы l о-ға күсә, хорват телендә бөтә формаларҙа ла һаҡлана: серб. као — хорв. kal, серб. престоница — хорв. prijestolnica.

Тәржемә миҫалдары үҙгәртергә

Рус теле Хорват теле Босний теле Серб теле (латиница) Серб теле (кириллица)
«Что касается выхлопных газов и загрязнения воздуха в Иерусалиме, было бы необходимо принять меры по обеспечению безопасности!» U pogledu ispušnih plinova i zagađivanja zraka u Jeruzalemu, bilo bi potrebno poduzeti mjere sigurnosti! U pogledu izduvnih gasova i zagađivanja vazduha u Jerusalimu, bilo bi potrebno preduzeti mjere bezbjednosti! U pogledu izduvnih gasova i zagađivanja vazduha u Jerusalimu, bilo bi potrebno da se preduzmu mere bezbednosti! У погледу издувних гасова и загађивања ваздуха у Jерусалиму, било би потребно да се предузму мере безбедности!

Таралыу өлкәләре үҙгәртергә

  • Серб теле — Сербияның, Черногорияның һәм Босния һәм Герцеговина составындағы Сербия Республикаһының рәсми теле.
  • Хорват теле — Хорватияла һәм Босния һәм Герцеговина составындағы Мосолман-хорват федерацияһында.

Элекке Югославияла йәшәүселәр (словендарҙан һәм македондарҙан тыш) урындағы лексиканы ҡулланмаһалар, бер-береһен һүҙлекһеҙ аңлай ала. Урындағы лексиканы ҡулланыу, тел диалекттары ҡайһы берҙә башҡа телдәр менән сағыштырғанда бер-береһенән күберәк айырылғанлыҡтан, бер ил эсендә лә аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырыуы мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Серб кириллица алфавиты

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ethnologue 14 report for language code:SRC 2006 йыл 31 ғинуар архивланған.
  2. Сербохорватский язык / Е. И. Якушкина // Сен-Жерменский мир 1679 — Социальное обеспечение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 66—67. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 30). — ISBN 978-5-85270-367-5.
  3. Milosavljević Petar, Vukova latinica, 2006 (серб.) Дата обращения 6.11.2020. Дата обращения: 5 ноябрь 2020. Архивировано 7 март 2021 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Википедия

Ҡалып:Wiktionarycat

Ҡалып:Славянские языки Ҡалып:Сербскохорватские языки