Сеннар солтанлығы

Сеннар солтанлығы (Сеннар) — XVIXIX быуаттарҙа Төньяҡ-Көнсығыш Африкала хәҙерге Судан территорияһында булған феодаль дәүләт.

Сеннар (Sennar) солтанлығы һәм уның күршеләре

Тарихы үҙгәртергә

XVI быуат башында барлыҡҡа килә. Нигеҙләүсе — Амара Дунка (15041534). Сеннар өлкәһе һәм уға буйһонған биләмәләрҙән торған. Сәскә атыу осоронда Мысыр сигенән Зәңгәр Нил тамағына ҡәҙәр һуҙылған Нил үҙәнен, шул иҫәптән Кордофан тарихи төбәген биләй; шулай уҡ был осорҙа Дарфур солтанлығы Сеннар солтанлығының вассалы була.

18211822 йылдарҙа Сеннар солтанлығы мысыр пашаһы Мөхәммәт Али Мысырлы ғәскәре тарафынан яулап алына.

Халҡы үҙгәртергә

Сеннарҙың этник йәҙрәһен фунгтар тәшкил итә; шулай уҡ бында нубийҙар, ғәрәптәр, беджалар һәм башҡа халыҡтар йәшәй. Сеннар солтанлығы территорияһының ҙур өлөшөндә ғәрәп теле өҫтөнлөк итә.

Дине үҙгәртергә

Сөнни тармағындағы ислам дәүләт дине булып тора.

Социаль-иҡтисади үҫеше үҙгәртергә

 
Сеннар солтаны, 1821 йыл

Феодаль мөнәсәбәттәр менән бер рәттән ҡол биләүселек тәртибе, ә солтанлыҡтың ситтәрендә — ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре һаҡланған.

Хакимдар исемлеге үҙгәртергә

Хакмлыҡ итеү осоро Хаким
15041534 Амара Дунка ибн Адлан
1534 — 1551 Наиль
1551 — 1558 Абд аль-Кадир I
1558 — 1569 Амара
1569 — 1586 Дакин
1586 — 1588 Даура
1588 — 1592 Тайиб (Табль)
1592 — 1604 Унса I
1604 — 1606 Абд әл-Ҡадир II
1606 — 1611 Адлан I
1611 — 1616 Бади I (Сид аль-Ком)
1616 — 1645 Рубат I
1645 — 1680 Бади II (Абу Дигн)
1680 — 1692 Унса II ибн Насир
1692 — 1716 Бади III
1716 — 1720 Унса III
1720 — 1724 Нул
1724 — 1762 Бади IV (Абу Шеллук)
1762 — 1769 Насир
1762 — 1768 Хамаг Мөхәммәт Абу-ль-Кайлак (регент)
17691776 Исмәғил
1776 — 1788 Адлан II
17801786 Раджаб уалад Мөхәммәт (регент)
1788 Рубат II
1788 — 1789 Аукаль
1788 — 1789 Насир уалад Мухаммед (регент)
1789 — 1790 Тайиб II
1790 Бади V ибн Дакин
1790 — 1791 Наввар
1791 — 1798 Бади VI
1798 — 1805 Ранфи
1798 — 1805 3 регент
1805 — 1821 Бади VI

Һылтанмалар үҙгәртергә

Эдмунд Брэм. Путешествие по Северо-Восточной Африке или по странам подвластным Египту, Судану, Нубии, Сеннару, Россересу и Кордофану.