Рыҫбаев Нурғәли Мырҙағәли улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Рыҫбаев Нурғәли (Нурғәлей) Мырҙағәли улы (рус. Рысбаев Нургалей Мурзагалеевич; 1912 йыл — 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының танкҡа ҡаршы ҡорал расчеты командиры, өлкән сержант[2]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Рыҫбаев Нурғәли Мырҙағәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1912[1]
Тыуған урыны Ишбирҙе ауылы, Баймаҡ районы, СССР[1]
Вафат булған көнө 1942
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Нурғәли (Нурғәлей) Мырҙағәли улы Рыҫбаев 1912 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуа. 1941 йылда Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкында 3-сө эскадрондың 4-се отделениеһының танкҡа ҡаршы ҡорал расчеты командиры булып хеҙмәт итә[3]. 1942 йылдың 5 сентябрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән награда ҡағыҙында уның тураһында былай тип яҙыла: «Рыҫбаев Нурғәли Мырҙағәли улы иптәш, һәр ваҡыт батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәм яуҙаштарын көрәшкә илһамландырып, һуғышҡа беренселәрҙән булып инә. Шәхсән 9 дошман һалдатын юҡ итә һәм социалистик тыуған иле өсөн тиң булмаған һуғышта батырҙырса һәләк була. Үлгәндән һуң 1 дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ». 1942 йылдың 17 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рыҫбаев Нурғәли Мырҙағәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә