Ростов кремле — башта Ростов епархияһы митрополитының резиденцияһы. Ростов ҡалаһы үҙәгендә Неро күл тирәһендә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта кремль ансамбле уға төньяҡтан һөйкәлгән Собор майҙанының Успенский соборы архиерей йортонан һәм көньяҡта — митрополит баҡсаһынан тора[3].

Ростов кремле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ростов[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия cписок объектов культурного наследия: Ростов (кремль)[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1][2]
Рәсми сайт rostmuseum.ru
Указания, как добраться центр города
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d]
Вид с воздуха
Карта
 Ростов кремле Викимилектә

Төҙөлөш ваҡытында Ростов ҡоролмаларының ниндәйҙер оборона әһәмиәте булмаған, шуға күрә кремлдең оборона ҡоролмалары ябай архитектура биҙәүе генә булып тора, һәм улар туранан-тура хәрби хәүеф осраҡтары килеп сыҡҡан саҡта алып ҡуймалы булған — шуға уның ҡапҡаһы киң, манараның иң өҫтөндә торған бойницалар майҙансыҡтары тар, тәҙрәләре ҡапҡаслы. Шуға ҡарамаҫтан, кремль рус хәрби традициялары буйынса Петр заманынан элек төҙөлгән рус оборона төҙөлөшө архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

1998 йылдан алып Ростов кремлеЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә[4] индереүгә кандидат булып тора.

Кремль тарихы үҙгәртергә

 
Ростов кремле. Сакко урамынан ҡарағанда. С, М. Прокудин-Горский фотоһы, 1911 йыл.
 
Кремлдәге Воскресение Христова сиркәүе.. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1911 йыл.

Ростов кремле 1650—1680 йылдарҙа митрополит Иона Сысоевич уйынса төҙөлгән. Библияға ярашлы манаралы диуар менән уратып алынған, ожмах баҡсаһының уртаһында күл торған ҡаралты итеп төҙөлгән[3].

1787 йылда Ростов архиерей кафедраһын Ярославлға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителгән, шунлыҡтан Ростов митрополит ихатаһы үҙ функцияһын юғалтҡан һәм яйлап туҙа башлаған. Ғибәҙәтханала ғибәҙәт ҡылыу алып барылмаған, уны һатырға әҙер булғандар. Әммә Ростовтың мәғрифәтсе сауҙагәрҙәре 1860-1880-се йылдарҙа архитектура комплексын яңынан тергеҙгән.

А. А Титов, И. А. Шляковтарҙың инициативаһы менән 1883 йылдың октябрендә Кремлдең Аҡ палатаһында Ростов сиркәү боронғолоғо музейы асыла. 1886 йылда буласаҡ император Николай Икенсе кремлде үҙ яҡлауы аҫтына ала. 1910 йылда дәүләт думаһы был музейҙың дөйөм рәсәй музейы статусын нығыта, уны ҡарау өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленә[5].

Һәйкәл ансамбле 1953 йылда,23 августа [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%BC%D0%B5%D1%80%D1%87 ҡойон] ваҡытында зыянлана. Авария-тергеҙеү эштәре Ростов кремлендәге бөтә объекттарҙы тәүге ҡиәфәтенә килтереп тергеҙеү буйынса ғилми эштәрҙе килтереп сығара. Реставраторҙар менәнкүренкле рестаратор В. С. Банига етәкселек итә 1957 йылда реставрация эштәре кремлдең күп өлөшөндә тамамлана. Реставрация финанслау булмау арҡаһында һуңғараҡ тамамланған[6][7].

2010 йылда Григорий Богослов исемендәге фондтың йәмәғәт ойошмаһы патриарх Кирилл ярҙамында Ростов кремлен Рус православие сиркәүенә тапшырырға тырыша[8][9][10]. 2010 йылдың октябрендә Ярославль өлкәһе губернаторы А. С. Вахруков «Ростов кремле» музей-ҡурсаулығын сиркәүгә бирергә, музейҙың яңы бинаһына музей фондын күсерегә һәм архиерей резиденцияһы йортонда «Бөтә Рәсәй никахлашыу һәм суҡындырыу үҙәге» булдырыуҙы тәҡдим итә[11]. Был проект саҡырылған белгестәр яғынан тәнҡитләнә һәм проект кире ҡағыла[12].

Ростов кремле 2013 йылда «Рәсәй символдары» иҫәбенә индерелә,

Кремлдең архитектура ансамбле үҙгәртергә

 
Ҡош осҡан бейеклектән кремль күренеше
 
Ростов кремленең архитектура планы
 
1913 йылдағы Ростов кремле экскурсия планы

Кремль Неро күле эргәһендә уңышлы урынлашҡан. Кремльдең 11 башняһы бар.

Кремль архитектура һәйкәлдәре:

  • Успенский соборы (1508—1512)
  • Успенский соборының саң манараһы (1682—1688)
  • Изге ҡапҡа (1754)
  • Ҡапҡа янындағы Воскресение сиркәү (1670)
  • Ҡиәмәт бойороғо (1650—1660)
  • Ҡапҡа янындағы Иоанн Богослов сиркәүе (1683)
  • Одигитрия сиркәүе (1692—1693)
  • Спас на Сенях сиркәүе (Спас Нерукотворный) (1675)
  • Григорий Богослов сиркәүе (1680-сы йй.)
  • Ҡыҙыл палата (1670—1680)
  • Сәғәт манараһы (XVII быуат)
  • «Йорт баҙы» (XVII быуат)
  • Хужалыҡ корпусы (XVII быуат)
  • Поварня һәм приспешня (XVII быуат)
  • Самуилов корпусы (XVII—XVIII бб.)
  • Аҡ (Ашхана) палатаһы (1675)
  • Митрополит баҡсаһының стеналары һәм башнялары (1680-йй., XVIII быуат уртаһында)
  • Баҡса палаткаһы (XVII быуат)
  • Кремль стеналарыһәм башнялары (1670- 1680-ген.)
 
Успенский соборы һәм саң манараһы
 
Кремль ябыҡ аркалы үткәүеле. Бында «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра» фильмы геройҙары йүгереп йөрөгән.

Сығанағы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Приказ Министерства культуры РФ № 1449 от 18.11.2020
  3. 3,0 3,1 Ансамбль Ростовского кремля. www.rostmuseum.ru. Дата обращения: 17 март 2019.
  4. Rostov Kremlin - UNESCO World Heritage Centre (ингл.). whc.unesco.org. Дата обращения: 17 март 2016.
  5. Ростов музей Фотолетопись(недоступная ссылка)
  6. Юбилей күргәҙмәләре: ростов фотолетопись 1953 йылда музей ҡойон.(недоступная ссылка)
  7. Алитов Е. Ф., л. т. Никитин в. с ростов кремле файҙаланыу буйынса Тәҡдимдәр архитектор Баниг ансамбле реставрациянан һуң 1950-се йылда була. М.— Спб.: Коло.— 2013.— С 263—268.
  8. Яңы проект тәҡдим изге патриархы кирилл дин белгестәренең бөйөк ростов изге Григорий исемендәге фонд святитель//Mospat.Ru
  9. Фильм — святитель исемендәге хәйриә фонды Белгесе Григорий 2019 йыл 10 июнь архивланған.
  10. Патриарх Кирилл, дин белгесе проект тәҡдим Григорий святитель фондының «бөйөк ростов — үҙәге рәсәй рухы» 2018 йыл 17 ғинуар архивланған.
  11. Труханов эне, Ҡурсаулыҡ ҡылған көтә. «Российская газета» — Федераль выпуск № 5302 (223) 2010 йылдың 4 октябрендә һылтанмалар (мөрәжәғәттәрҙең дата: 06.10.2010)
  12. А. Зубков, Сей проекты тапшырылған сиркәүенә ростов кремле «допекать» өс аҙна эсендә, gzt.ru һылтанмалар (мөрәжәғәттәрҙең дата: 06.10.2010)

Һылтанмалар үҙгәртергә