Прохоров Михаил Владимирович

Прохоров Михаил Владимирович (16 апрель 1924 йыл — 28 июнь 2012 йыл) — нефтсе, хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1987 йылдарҙа Коми АССР‑ының сейсморазведка партиялары эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Прохоров Михаил Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Һыуыҡҡул ауылы, Йәрмәкәй районы
Вафат булған көнө 28 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Ухта[d], Коми Республикаһы, Рәсәй
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Владимирович Прохоров 1924 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР‑ының Бәләбәй кантоны 1‑се Һыуыҡҡул[1] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сыуаш.

1941 йылдың июнь айында тыуған ауылындағы мәктәптә 7 класты тамамлай, Бәләбәй педагогия училищеһында уҡый. Һуғыш башланыу менән Калинин исемендәге колхозда эшләй, фронтҡа киткән атаһы урынына Һыуыҡҡул ауыл советы секретары итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдан ВКП /КПСС ағзаһы.

1943 йылда Йәрмәкәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына алына. Беренсе хәрби һынауҙы Курск дуғаһында ала. Пулеметсы, отделение командиры, аҙаҡ взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1-се һәм 2-се Украина фронттарының ғәскәрҙәре составында Полтавала һөжүмдә ҡатнаша, Днепрҙы аша сыға, Кривой Рог ҡалаһы янында немецтарҙың көслө һөжүмен кире ҡаға, Яссо-Кишинев операцияһында ҡатнаша. Румыниялағы һуғыштарҙың береһендә яралана һәм контузия ала. Госпиталдән һуң Алма-Ата ҡалаһына хәрби училищеға юнәлтелә. Уҡыуҙы тамамлай алмай, сөнки һаулығы арҡаһында комиссиянан үткәрмәйҙәр.

Демобилизациянан һуң тыуған иленә ҡайта. 1950 йылда Өфө геолог-разведка техникумын тамамлай, техник-геофизик һөнәрен ала. Красноярск крайына эшкә билдәләнә, бер йылдан Коми Республикаһына күсә.

1951 йылдан башлап Коми АССР-ы Ухта территориаль геология идаралығы геофизика контораһының сейсмик разведка партияһында геофизик-оператор булып эшләй. Әҙ үҙләштерелгән себер яғының ауыр тәбиғәт-климат шарттарында эшләп, иҫ киткес егәрлелек, маҡсатына ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ күрһәтә, квалификациялы белгес-геофизик була.

Республиканың эре нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыуға ифрат ҙур өлөш индерә. Уның туранан-тура ҡатнашлығында республикала 1960 йылдар уртаһында нефть һәм газға перспективалы 20 структура асыҡлана. Сейсмик станция бригадаларын етәкләй, 1961 йылда тәүгеләрҙән булып Пашнин структураһын асыҡлай, был 1963 йылда 60 миллион тонна нефть запасы ятҡылыҡтарын һәм 1965 йылда эре газ конденсат ятҡылығын асыуға мөмкинлек бирә.

Ул етәкләгән сейсмик станция бригадаһы ете йыллыҡ йылдар эсендә планға ярашлы 1050 километр урынына 1250 километр профиль тикшерә. Производствоның әүҙем новаторы, йылға сейсмик эҙләнеүҙәрҙе себерҙең европа өлөшөнә индереү буйынса ойоштороусыларҙың береһе була. Уның башланғысы буйынса төҙөлгән берләшкән күп каналлы аппаратура арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлеге 1,5 тапҡырға арта. Илдә беренсе булып магнитлы яҙма һәм осциллографик яңынан тергеҙеүсе «Эҙләнеү-1» сейсмик станцияһын үҙләштерә. йәш белгестәр араһынан шәхсән 16 квалификациялы оператор- сейсмик эҙләнеүсе әҙерләй.

1963 йылда, тәжрибәле белгес булараҡ, Мали республикаһына командировкаға ебәрелә. Бында йылдан күберәк геофизик тикшеренеүҙәр менән етәкселек итә. Иленә ҡайтҡас, үҙенең эшләүен дауам итә.

Геолог — разведка эштәрен үҫтереү, файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылығын эҙләү һәм асыу буйынса ете йыллыҡтың пландарын үтәүҙәге өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 4 июлендәге указы менән Прохоров Михаил Владимировичҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Артабанғы йылдарҙа өлкән инженер, өлкән геофизик, Коми АССР-ы Ухта территориаль геологик идаралығында геофизик контораһы партияһының башлығы булып эшләй. Коми АССР-ы һәм Ненец автономиялы округы территорияларында һәм шул иҫәптән иң мөһим Усин нефть ятҡылығында нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 1987 йылда пенсияға сыға.

Коми республикаһының Ухта ҡалаһында йәшәй. 2012 йылдың 28 июнендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)

Ленин ордены, «Почёт Билдәһе», 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы. «Ер аҫты разведкаһы отличнигы» һәм СССР геология министрлығының «Беренсе асыусы» билдәләре менән бүләкләнгән, РСФСР геология министрлығының Почёт китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда. Уфа: Китап, 2011.