Покровск (Саха)

Рәсәйҙәге ҡала

Покровск (саха Покровскай) — ҡала, Саха Республикаһы (Яҡутстан) Хангалас улусының административ үҙәге. Покровск ҡала биләмәһе ҡала берәмеген тәшкил итә.

Покровск
саха Покровскай
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1682
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Хангаласский улус[d] һәм Городское поселение город Покровск[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Покровск[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Халыҡ һаны 9256 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Майҙан 11 км²
Почта индексы 678000
Урындағы телефон коды 41144
Карта
 Покровск Викимилектә

Этимологияһы үҙгәртергә

1682 йылда казактарҙың Ҡарауыл мороно нығытмаһы булараҡ нигеҙ һалына. Бында бәләкәй генә Покров монастыры (Покровская пустынь) асыла. 1720 йылда Покровский ауылы барлыҡҡа килә, 1941 йылдан башлап Покровск эшселәр ҡасабаһы [3], 1997 йылда ҡала статусын ала.

Географияһы үҙгәртергә

Лена йылғаһының һул ярында, Якутск ҡалаһынан 78 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Урыҫтар килгәнсе әле ҡала урынлашҡан урында Тыгын Дархандың ҡарауыл посы булған, Хоруол тумус (саха Хоруол тумуһа) - Ҡарауыл мороно тип аталған

Ҡала биләмәһе үҙгәртергә

Статусы һәм ҡала биләмәһенең сиктәре 2004 йылдың 30 ноябрендәге Саха (Яҡут) Республикаһының «Саха (Яҡут) Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәрен билдәләү һәм уларға ҡала һәм ауыл биләмәләре статусын биреү тураһында» N 173-З Н 353-III Законы менән билдәләнгән[4].

Халҡы үҙгәртергә

2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһындағы 1117/24 ҡала араһында 935-се урында ине.

Иҡтисады үҙгәртергә

Төҙөлөш материалдары заводы, асфальт-битум заводы, базальт тауар етештереү заводы[5].

Урман хужалығы. Көмөшһыу-ҡара тиреле төлкө, кеш үрсетеү менән шөғөлләнгән йәнлекселек хужалығы. Комбикорм заводы.

Климаты үҙгәртергә

Покровск климаты, бөтә үҙәк Яҡутстан кеүек үк, бик юғары континенталлелек кимәле менән айырыла. Йәй йылы, йышыраҡ — эҫе, әммә ҡыҫҡа, ә ҡыш бик ҡаты һыуыҡ һәм оҙайлы. Ҡышын һыуыҡ -50 °C температуранан түбәнерәк төшөүе мөмкин , йәй — +30 °C-тан да юғары күтәрелә.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — −9,3 °C
  • Уртаса һауа дымлылығы — 69,5 %
  • Уртаса ел тиҙлеге — 2,4 м/с

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

  • Притузов Андрей Иванович ― Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, 104-се уҡсылар дивизияһы командиры[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Поспелов Е. М. Географические названия России. Топонимический словарь. — М.: Астрель, АСТ, 2008. — 523 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә