Панов Александр Семёнович

Александр Семенович Панов ( 15 октябрь 1922 йыл5 май 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы ҡылыссыһы. Гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Панов Александр Семёнович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Хабаровск крайы, СССР
Вафат булған көнө 5 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Хабаровск, Рәсәй
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Панов Александр 1922 йылдың 15 октябрендә Волочаевка станцияһында (хәҙер — Хабаровск крайы, Йәһүд автономиялы өлкәһе, Смидовичск районы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Тимер юлы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң Красноярскиҙа депола слесарь булып эшләй. 1965 йылдан — ВКП(б) ағзаһы[1].

1942 йылдың февраленән — Ҡыҙыл Армияла. Панов Бранденбург өсөн алыштарҙа айырыуса атырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың апрель аҙағында Бранденбургтан төньяҡҡараҡ Зилов-канал аша сыға һәм пулемёт уты менән дошман атакаларын тотҡарлай. Шулай уҡ өс пулемет нөктәһен юҡҡа сығара һәм Өс пулемёт нөктәһен һәм бик күп гитлерсыларҙы юҡ итә[1].

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһармнлығы өсөн гвардия рядовойыАлександр Семенович Панов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (6451-се һанлы) тапшырыла[1].

1947 йылда демобилизациялана. Һуңынан Смидовичск һәм Облученск райондарындағы тимер юлы станцияларында эшләй[1].

Панов Александр Семенович 1992 йылдың 5 майында вафат була. Хабаровскиҙа ерләнә[1].

Хәтер үҙгәртергә

  • А. С. Пановтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған

[1].

2015 йылда Геройҙың исеме Биробиджанда Дан скверында Геройҙар Аллеяһында уның исеме мәңгеләштерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Панов Александр Семёнович. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Подвиги их бессмертны. 2-е изд., испр. и доп. Хабаровск, 1985.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.