Охот диңгеҙе (рус. Охотское море) — Тымыҡ океан диңгеҙе.

Охот диңгеҙе
УрынлашыуыТөньяҡ-Көнсығыш Азия 
Майҙаны1603 мең км²
Күләме1316 мең км³
Иң ҙур тәрәнлек3916 м
Уртаса тәрәнлек1780 м
Дальневосточный ФО
Точка
Охот диңгеҙе
 Охот диңгеҙе Викимилектә

География үҙгәртергә

Океандан Камчатка ярымутрауы, Курил утрауҙары һәм Хоккайдо утрауы менән айырыла. Лаперуза һәм Невельский (Мамия) боғаҙҙары аша Япон диңгеҙе менән тоташа. Диңгеҙ һыуҙары Рәсәй Федерацияһы һәм Япония ярҙарын йыуа.

Майҙаны — 1603 мең км². Уртаса тәрәнлеге — 1780 м, максималь тәрәнлеге — 3916 м.

Октябрҙән май-июнгә тиклем диңгеҙҙең төньяҡ өлөшө тулыһынса боҙ менән ҡапланған. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө туңмай тиерлек. Төньяҡта яр буйы ныҡ йырғыланған, төньяҡ-көнсығышта диңгеҙҙең иң ҙур ҡултығы — Шелихов ҡултығы урынлашҡан. Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылғалар — Амур, Охот, Кухтуй.

Балыҡ тотоу (лосось, сельдь, минтай, мойва, навага һ.б.), диңгеҙ хайуандарын аулау (камчатка диңгеҙ ҡыҫалаһы), нефть һәм газ сығарыу тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары: ҡитғала — Магадан, Аян, Охотск; Сахалин утрауында — Корсаков, Курил утрауҙарында — Төньяҡ Курильск.

2014 йылдың 15 мартынан алып БМО ҡарарына ярашлы, Хоккайдо утрауы янындағы бәләкәй өлөштән башҡа, Охот диңгеҙе Рәсәй Федерацияһының айырым иҡтисади зонаһына индерелә[1].

Гидроним үҙгәртергә

Охот диңгеҙе атамаһы Охот йылғаһы исеменән алынған, ә ул үҙ сиратында эвен телендәге «Окат» (йылға) һүҙенән барлыҡҡа килә. Элекке атамалары — Лам диңгеҙе (эвен телендә «лам» — «диңгеҙ») һәм Камчатка диңгеҙе[2]. Япондар борон диңгеҙҙе Хоккай (北海; «Төньяҡ диңгеҙ») тип атаһалар, хәҙер Охоцуку-кай (オホーツク海) тип исемләйҙәр.

Климаты үҙгәртергә

Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламдарындағы уртаса һыу температураһы ҡышын −1,8 °C-тан +2,0 °C-ҡа тиклем, йәйен +10 °C-тан +18 °C-ҡа тиклем тирбәлә.

Горизонттар буйынса уртаса һыу температураһы °C [3]
Горизонт м Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь
0 2,37 0,34 -0,44 0,05 1,27 2,08 5,26 6,04 10,0 8,12 4,47 3,08
10 2,38 0,32 -0,42 0,10 1,30 1,68 4,48 5,47 8,20 6,76 5,03 3,09
20 2,37 0,33 -0,23 0,10 1,14 1,47 3,57 4,07 6,31 6,45 4,56 3,09
50 2,50 0,86 -0,09 0,25 0,38 1,10 1,70 2,16 2,42 4,17 3,48 3,06
100 3,06 1,01 0,29 0,50 0,12 0,98 1,30 1,53 1,90 2,53 2,46 2,66
200 2,25 1,46 0,60 0,70 0,72 0,94 1,16 1,41 1,13 1,68 1,44 1,59
400 1,71 1,21 1,25 1,10 1,23 1,01 1,11 1,28 1,44 1,49 1,39 1,15

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Охотское море - наше все. // rg.ru. Дата обращения: 22 ноябрь 2015.
  2. Старые карты городов России - от древних времен до наших дней. www.retromap.ru. Дата обращения: 15 ғинуар 2016.
  3. (для точки с координатами 46,5° с. ш. 150,5° в. д.; данные за 1942—2005 года):ЕСИМО. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 22 август архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Шамраев Ю. И., Шишкина Л. А. Океанология. Л.: Гидрометеоиздат, 1980.

Һылтанмалар үҙгәртергә