Никитинка (Шишмә районы)

Никитинка (рус. Никитинка) — Башҡортостандың Шишмә районы Шөңгәккүл ауыл Советы составындағы ҡасаба. Татар ауылы Шөңгәккүлдән сыҡҡан урында урынлашҡан тарихи урыҫ ауылы[1]. 2005 йылда Шөңгәккүл ауылы составына индерелә.

Никитинка
Никитинка
Рәсми атамаһы Никитинка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Шөңгәккүл ауыл Советы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 20 июль 2005
Почта индексы 452140
Карта

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законында былай тип әйтелә:

ст. 2. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы, исемдәрен һаҡлап, берләштерергә:

8) Шишмә районында:

Шөңгәккүл ауыл Советының Никитинка ҡасабаһын һәм Шөңгәккүл ауылын, берләштерелгән тораҡ пунктына «Шөңгәккүл» атамаһын һаҡлап, ауыл тибындағы тораҡ пуктын булдырырға.

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡасаба Оло Өйҙөрәк йылғаһының төньяҡ ярында, уға ҡойған Кесе Өйҙөрәк йылғаһы тамағы янында урынлашҡан. Кесе Өйҙөрәк ҡасаба тирә-йүнендә балығы менән дан тота. Бында суртан, ажау, ҡорман, ҡарабалыҡ, алабуға, ташбаш һәм табан балыҡ бар. Йылға ағымы буйынса үрҙә йылға ярҙары буйында ондатралар, ҡондоҙҙар һәм һыу ҡоштары йәшәй[2].

Алыҫлығы:[3]

- район үҙәгенә (Шишмә) тиклем: 27 км;

- яҡындағы тимер юл станцияһына (Шөңгәккүл) тиклем: 2 км;

- ҡала яны тимер юл бәйләнешенең яҡындағы асыҡ платформаһы «1546 км» — 1 км-ҙан кәм.

Халыҡ үҙгәртергә

1989 йылда ҡасабала 185 кеше иҫәпләнә (96 ҡатын-ҡыҙ һәм 89 ир-ат). 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны артҡан һәм 202 кеше тәшкил иткән (101 ир-ат һәм 101 ҡатын-ҡыҙ)[4].

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Ҡасаба аша төбәк әһәмиәтендәге «М-5 «Урал» — Шишмә» юлының «80К-011» участкаһы үтә. Участка тулыһынса асфальтланған[5].. Ҡасаба газ үткәргес торбалар менән йыһазландырылған. Берләштерелгән «Шөңгәккүл» ауылында магазиндар, мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл табип амбулаторияһы урынлашҡан[6]. Никитинкала 5 урам булған:

  • Урман
  • Йәштәр урамы
  • Яр буйы урамы
  • Шоссе урамы
  • Малокольцевой урамы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Чишминский район // Башкирская АССР. административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 г. / Н. Н. Исаев, 3. 3. Харрасов, М. 3. Шаймуратов ; Ф. Ш. Хисматуллин. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. — С. 312. — 384 с.
  2. Минзиля Хамадеева. Планета Чишмы: река Малый Удряк. Газета Чишимского района РБ"Родник плюс" (5 декабрь 2017). Дата обращения: 24 октябрь 2018. Архивировано 24 Oct 2018 года.
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Федеральный территориальный орган Федеральной службы государственной статистики республики Башкортостан. Населённые пункты республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник. / И. Б. Утяшева, Г. Р. Баймухаметова. — Уфа : Башкортостанстат, 2005. — С. 132. — 138 с.
  5. КонсультантПлюс. Постановление Правительства РБ от 02.02.2012 N 28 "Об утверждении перечня автомобильных дорог общего пользования регионального и межмуниципального значения" (вместе с "Перечнем автомобильных дорог общего пользования регионального и межмуниципального значения"). wiki.openstreetmap.org 63 4. Правительство РБ (7 сентябрь 2013). Дата обращения: 24 октябрь 2018.
  6. Хакимзянова, Фарида. Бывший горожанин Александр Дик обзавёлся личным подворьем в Кузьминке (18.01.2018). 24 октябрь 2018 тикшерелгән.