Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы

хужалыҡ эшмәкәре, етәксе, БАССР-ҙың Салауат районы XXI партсъезд исемендәге кохозы рәйесе, КПСС ағзаһы.

Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы (24 сентябрь 1931 йыл — 23 август 2016 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1961 йылдан Салауат районының XXI партсъезд исемендәге колхозы рәйесе, 1979—1982 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Лаҡлы ауылы, Салауат районы
Вафат булған көнө 23 август 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Мөрсәлим ауылы, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Биләгән вазифаһы председатель колхоза[d]
Хәрби звание лейтенант
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Аҡшур Суфуат улы Мөфлиханов 1931 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лаҡлы ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1947 йылда Торналы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

1949 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлеген отличие менән тамамлай. Йүнәлтмә менән Әбйәлил районына эшкә ебәрелә. Әлмөхәмәт машина-трактор станцияһында агроном булып эшләй[1][2].

Совет Армияһына зенит-артиллерия училищеһына саҡырыла. Ленинградта ПВО ғәскәрҙәренең зенит-артиллерия полкында взвод командиры һәм ғәскәри частың комсомол секретары була. Лейтенант званиеһында тыуған ауылына ҡайта. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланғанлыҡтан, ауыл хужалығы белгестәрен хәрби хеҙмәттән азат итеү мөмкинлеге асыла[3].

Салауат районының Сталин исемендәге колхозында агроном булып эш башлай. Төп һөнәре буйынса эшләү менән бер рәттән ВЛКСМ-дың урындағы тәүге ячейкаһы секретары бурыстарын да атҡара.

1955 йылдың ноябрендә район комсомол конференцияһында ВЛКСМ-дың Салауат районы комитеты секретары итеп һайлана. 1956 йылдан башлана уның партия һәм совет хужалығы етәксеһе карьераһы. Районда комсомол йәштәрҙең малсылыҡ бригадалары, трактор-баҫыусылыҡ звенолары эшмәкәрлеге йәнләнә, төрлө һәүәҫкәр үҙешмәкәрлек смотрҙары, фестивалдәре ойошторола, етди хеҙмәт менән йәнәшә ҡыҙыҡлы ял итеү район йәштәренең төбәктә ҡалыуына ыңғай йоғонто яһай. Йәштәр ауылда ҡала.

1959 йылда Салауат район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1960 йылда Аҡшур Суфуат улы ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1961 йылда «утыҙ меңселәр» иҫәбендә артта ҡалыусылар рәтендә йөрөгән XXI партсъезд исемендәге [4] колхозға рәйес итеп тәҡдим ителә һәм 18 йыл ғүмерен ошо вазифаға бағышлай. Ул етәкселек иткән осорҙа хужалыҡ район күләмендә генә түгел, ә республикала алдынғылар рәтенә сыға. Ун һигеҙ йыл колхоз рәйесе булып эшләгән йылдарында Аҡшур Суфуат улы үҙен эшлекле ойоштороусы, талапсан етәксе, ябай хеҙмәт кешеһе менән уртаҡ тел таба белгән ғәҙел етәксе булараҡ күрһәтте.

19791980 йылдарҙа Салауат районы ауыл хужалығы идаралығы агрономы булып эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Мөфлиханов А. С. райондың бөтә колхоз-совходарына ла ашлама алыу мөмкинлеген булдыра.

1982 йылда Мөрсәлим ит комбинаты директоры итеп тәғәйенләнә һәм, сафҡа баҫҡандан алып, предприятие менён өс йыл етәкселек итә[5].

1985 йылда «Башсельстрой» берекмәһенең күсереп йөрөтөлөүсе механикалаштырылған колоннаһы — ПМК-682 начальнигы итеп күсерелә.

Хаҡлы ялға китер алдынан мал һимертеү совхозының Салауат бүлексәһе идарасыһы була. Аҡшур Суфуат улы етәкләгән кооператив көсө һәм аҡсаһы менән Ҡалмаҡол ауылының бер нисә урамына (Салауат, Яр буйы, Мәктәп, Титов) скважиналы һыу үткәргес эшләнде[6].

Аҡшур Суфуат улы Мөфлиханов Салауат район Советына ун саҡырылыш депутаты итеп һайланды һәм Салауат район Советы Башҡарма комитеты ағзаһы, Мөрсәлим ауыл советының алыштырғыһыҙ депутаты булды.

Хаҡлы ялға киткәндән һуң да йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, Мөрсәлим ауыл советының Ветерандар советын (672 кеше) етәкләне.

Уның көндәлегендә бына шундай һүҙҙәр бар: «Ғүмерем зая үтмәгән. Ғүмеремде кешеләр менән үткәргәнмен. Ғүмеремде кешеләргә бағышлап йәшәнем»

Хеҙмәт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Салауат районының хәүефле игенселек һыҙатына ҡараған XXI партсъезд исемендәге колхоз составына 5 ауыл: Ҡалмаҡол, Башҡорт Илсекәйе, Урыҫ Илсекәйе, Ҡарағол, Яңы Сүрәкәй ауылдары биләмәләре инде.

XXI партсъезд исемендәге колхоз бер нисә йыл рәттән СССР Халыҡ хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашты. Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан социалистик ярыштарында мәртәбәле Көмөш һәм Бронза миҙалдар, Күсмә байраҡтар һәм Почёт грамоталары менән бүләкләнде. Колхоз килемле хужалыҡҡа әйләнде.

3 мең гектар майҙанында сәселгән иген уңышы элекке гектарынан 6 центнерҙан гектарынан 25 центнерға саҡлы күтәрелде. Эре мөгөҙлө малдар һаны 2500, шул иҫәптән 500 баш һыйыр, сусҡалар — 3000 башҡа етте. Һөт-тауар фермалары күрһәткесе бер һыйырҙан 3 мең литрҙан ашыу һөт һауып алыуға тиклем артты.

XXI партсъезд исемендәге колхоз йыл һайын дәүләткә 20 мең центнер ашлыҡ, 10 мең центнер һөт, 3 мең центнер ит һата башланы. Колхозсыларҙың килеме яҡшырҙы.

Хеҙмәтсән халыҡ йәшәрлек торлаҡ, малсылыҡ һәм производство биналары, мәҙәни-көнкүреш объекттары, инженер селтәрҙәре төҙөлдө. Һәр ауылды электрләштереү, телефонлаштырыу, һыу һурҙырыу скважиналары быраулау кеүек халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтерерлек саралар күрелде.

Мөрсәлим (Ҡалмаҡол) ҡасабаһында 1969 йылда янғын һүндереү депоһы, 1970 йылда Ҡалмаҡол ауыл Советы бинаһы (хәҙерге — мәсет), 1971—1974 йылдарҙа сәнәғәт тауарҙары, хужалыҡ һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары магазиндарын үҙ эсенә алған сауҙа комплексы, 1974-1975 йылдарҙа Илсекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбе бинаһы, 1971-1974 йылдарҙа өс ике фатирлы өй, 1976 йылда XXI партсъезд исемендәге колхоз ашханаһы төҙөлә. 1977 йылда Илсекәй ауылында фельдшер пункты үҙ бинаһына эйә була.

Мөрсәлим ҡасабаһында XXI партсъезд исемендәге колхоз идаралығы бинаһы, Ремонт оҫтаханалары (мастерские), 500—1000 тонна иген һыйҙырышлы ашлыҡ келәттәре, иген тогы, ЗАВ-10 иген таҙартыусы комплекс, 1500 мал һыйҙырырлыҡ ферма төҙөлдө.

Колхоздың иң алдынғылары һаналған 3-сө бригадаһы Башҡорт Илсекәйе ауылында 800 баш малға иҫәпләнгән һыйыр (быҙау) аҙбары, 1000 тонна иген һыйҙырышлы иген келәте, бригада йорто төҙөлдө.

Урыҫ Илсекәйе ауылында 2000 башҡа иҫәпләнгән сусҡа үрсетеү комплексы, һыуүткәргес төҙөлдө.

Ҡарағол ауылында 850 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары (коровник) төҙөлдө.

Яңы Сүрәкәй ауылында 850 баш малға иҫәпләнгән һыйыр аҙбары (коровник), һыуүткәргес төҙөлдө.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Тормош иптәше Алия Абдулла ҡыҙы менән 60 йыл йәшәп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. 2016 йылда ғаилә Рәсәй Федерацияһының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Алия Абдулла ҡыҙы уҡытыусы булды. Өлкән ҡыҙҙары Рита Силбәе өлкәһенең Кропачёво ҡасаба дауаханаһында баш табип, терапевт булып эшләне.

Икенсе ҡыҙҙары Гүзәл Татарстан Республикаһы Ҡазан ҡалаһында лаборатория мөдире булып эшләй.

Улдары Айҙар һәм Илдар күп йылдар дауамында газүткәрестәр төҙөү эшендә хеҙмәт итте.

Айҙар Аҡшур улы Мөфлиханов әлеге ваҡытта Мөрсәлим ҡасаба биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. На земле Салавата — Муфлиханов Акшур Суфуатович — № 69, 27 сентября 2016 года
  2. Б. Ахмадиев. Делать добро его призвание (Слово о юбиләре). «На земле Салавата» гәзите гәзите, № 75, 22 сентябрь 2001 йыл.
  3. Б. Ахмадиев. Делать добро его призвание (Слово о юбиләре). «На земле Салавата» гәзите гәзите, № 75, 22 сентябрь 2001 йыл
  4. үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғандан һуң, ТНВ «Заря»
  5. Мөфлиханов Аҡшур Суфуат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. На земле Салавата — Муфлиханов Акшур Суфуатович — № 69, 27 сентября 2016 года

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә