Мәүлиев Ратмир Рәфил улы

дәүләт эшмәкәре, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы

Мәүлиев Ратмир Рәфил улы (14 август 1989 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр. 2022 йылдың 14 февраленән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы хакимиәте Башлығы вазифаһын башҡарыусы, 16 марттан — Башлығы.

Мәүлиев Ратмир Рәфил улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 август 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы вазифа башҡарыусы[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
МИРБИС[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
 Мәүлиев Ратмир Рәфил улы Викимилектә

Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы (2019 йылдың мартынан 2022 йылдың 14 февраленә тиклем)[1], «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары, эшҡыуар[2]. Урындағы абруйлы эшҡыуар Рафил Мәүлиевтың улы[3].

Биографияһы үҙгәртергә

Ратмир Рәфил улы Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Башҡорт АССР-ының Нефтекама ҡалаһында тыуған.

2008 йылда төрлө өлкәләрҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай[2].

2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан әҙерлек үтә[1].

2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлай[2].

Хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2013 йылдан «Һайлағыҙ!» йәштәр берекмәһе ағзаһы булып тора. Урындағы көрәш федерацияһын етәкләй. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы була[2].

2015 йылдың декабренән 2016 йылдың апреленә тиклем — инфраструктура үҫеше буйынса начальник урынбаҫары.

Татарстан Республикаһының Ютазы муниципаль районы башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.

2016 йылдың апреленән 2019 йылдың мартына тиклем Әлмәт муниципаль районы башлығының инвестицияларҙы үҫтереү буйынса кәңәшсеһе була.

2019 йылдың мартынан — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһының ҡала округы хакимиәте башлығы[1].

2022 йылдың 14 февралендә Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә