Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы(1904 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкының санитар-ездовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[1].

Мәсәлимов Нәғим Мәсәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Имай-Ҡарамалы, Дәүләкән районы
Һөнәр төрө санитар, ат ҡараусы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Нәғим Мәсәлим улы Мәсәлимов 1904 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Дәүләкән районы Имай-Ҡарамалы ауылында тыуған.1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Дәүләкән районының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы санчасында санитар-ездовой булып хеҙмәт итә.

Батырлығы үҙгәртергә

Нәғим Мәсәлим улы, гвардия ҡыҙылармеецы, Владимиро-Волынский янында барған һуғышта дошман уты аҫтында яраланған һалдаттарҙы санчасҡа күсерә, бынан тыш ул үҙенә беркетелгән аттарҙы яҡшы тәрбиәләй: улар һәр ваҡыт көр, ваҡытында ашата һәм таҙа тота. Бының өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә