Мәмбәт (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Мәмбәт — башҡорт ир-ат исеме.

Мәмбәт
билдәһеҙ
Кем хөрмәтенә аталған Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Яҙыу Кирил алфавиты

Этимологияһы үҙгәртергә

Мәмбәт — башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән ир-ат исеме. Маҡтауға лайыҡ тигәнде аңлата. Мөхәмәт исеменән ҡыҫҡартылған[1].

Фамилияла үҙгәртергә

Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1 май 1911 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.

Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Башҡа төрки халыҡтарҙа үҙгәртергә

Джан Мәмбәт бей (1776 йыл) — абруйлы нуғай мырҙаһы.

Мәмбәт Булгаков (1704 йыл1769 йыл) — Әбелхәйер хан осоронда йәшәгән ҡаҙаҡ бейе.

Мәмбәт Койгелдиев (1947 йыл) — ҡаҙаҡ тарихсыһы.

Мәмбәт Чокморов (1896 йыл1973 йыл) — ҡырғыҙ манассыһы.

Мәмбәт Мамакеев (1927 йыл) — ҡырғыҙ хирургы.

Ауылдар үҙгәртергә

Үрге Мәмбәт (рус. Верхнемамбетово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Мәмбәт (рус. Мамбетово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Мәмбәт (ҡая) — Көньяҡ Уралда Башҡортостандың Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйындаға ҡая. Еҙем буйлап 15 км өҫтәрәк һәм Толпар ауылынан 10 км алыслыҡта урынлашҡан. 1,5 км ситтә Күҙгәнәк тауы.

Мәмбәтйылға — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Апшак йылғаһының һул ярына тамағынан 7,6 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ