Мышыкүл (Силәбе өлкәһе)

Мышыкүл (Мышыгүл) - рус. Мышайкул - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Уйылға районындағы күл.

Мышыкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Этимологияһы үҙгәртергә

Атама башҡорт телендәге "мышы" тигән йәнлек исеменән бирелгән, урыҫ теленә Мышайкуль тип ингән.Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

От распространенных в прошлом у башкир мужских имен Мышай и Мышты, связанных с культом животных. В основе башкирское слово мыши — «лось», «олень», -ай и -ты — имяобразующие аффиксы, куль от кул — «озеро», или типовая именная частица кол (кул, гул)

.Йәғни, топонимдар белгесе атама башҡорттарҙың Мышығол тигән ир-ат исеменән яһалған тип һанай [2][3].Әйткәндәй Шувалов Н.И. бик күп йылға-күлдәрҙең атамаларын ир-ат исеме менән бәйләй.

Географияһы үҙгәртергә

Силәбе өлкәһе Уйылға районында Ключи ауылы янындағы гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Географик координаттары: киңлеге - 54°30′4″N (54.501161), оҙонлоғо - 61°42′59″E (61.716251)[4].

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Уртаса тәрәнлеге - 1,42 м, максималь тәрәнлеге - 1,9 м, диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 198,9 м, майҙаны: 12,1км2.

Туйындырған һыу сығанағы - шишмәләр, һаҙлыҡтар.Төбө - батҡаҡ, ләм, яйлап тәрәнәйә бара.

Һыу ятҡылығы ябыҡ, соҡоро оҙонса, һыуы ҡырҡыу-тоҙло. Минераллылығы - 13,2 г/л.

Яры яйлап ҡына түңәрәкләнә бара. Мышыкүлдән 2-2,5 км көнсығыштараҡ Травяное һәм Сыровое, ә шул сама төньяҡтараҡ Кривое күле[4]..

Флораһы һәм фаунаһы үҙгәртергә

Уҙған быуат дауамында бер нисә мәртәбә күл кибә, әммә тиҙҙән яңынан - тәбиғи юл менән - һыу тула һәм балыҡтар килеп сыға.

Яр буйҙарындағы үләндәр һәм күл һыу ҡоштарының төйәкләнгән урыны, бында күп төр өйрәктәр, һоро ҡаҙҙар һәм аҡҡоштар тереклек итә.

Күлдә сабаҡ һәм табан балыҡ үрсей[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н.И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. 4,0 4,1 4,2 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Мышайкуль [1]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар үҙгәртергә