Моховая урамында Герцен һәм Огарёв һәйкәле

А. И.. Герцен һәм Н. П. Огарев һәйкәле МәскәүҙеңМоховая урамында МДУ-ның иҫке бинаһы(Моховая урамы, 11-се йорт) ҡаршыһында ҡуйылған һәм берҙәм ансамбль тәшкил итә. Һәйкәл 1922 йылда асылған. Һәйкәлдең авторы — скульптор Н. А. Андреев[2] , архитекторы — В. Д. Кокорин[3].

Моховая урамында Герцен һәм Огарёв һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1922
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверской районы[d]
Архитектор Кокорин, Виктор Дмитриевич[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия России в полукольце центральных площадей Центрального округа г. Москвы[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Моховая улица
Карта
 Моховая урамында Герцен һәм Огарёв һәйкәле Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

1919 йылдың авгусында скульптор Н. А. Андреевҡа демократ, философ, публицист А. И. Герцендың үлеменең 50-йыллығы көнөнә һәйкәл эшләргә ҡушыла. Был һәйкәлде 1920 йылдың 20 ғинуарында Мәскәү дәүләт университеты алдында ҡуйыу планлаштырыла. Башта һәйкәлде бынан алда ғына реставрацияланған рәшәткә урынына ҡуйыу планлаштырыла, ләкин быға Наркомпрос ҡаршы төшә. Шунан Андреев ике һәйкәл — Герцен һәм Огарев һәйкәлдәрен эшләргә һәм уларҙы скверға ингән урындың ике яғына ҡуйырға тәҡдим итә. Һәйкәл эшләү өсөн бик аҙ ваҡыт бирелә, шуға күрә Н. А. Андреев үҙенең ҡустыһы, скульптор В. А. Андреевты, ярҙамға саҡыра. Улар икәүләп эшләһәләр ҙә был планлаштырылған ваҡытҡа һәйкәлде эшләп өлгөртә алмайҙар, шунлыҡтан 1920 йылдың ғинуарында буласаҡ һәйкәлдең урынына таш ҡына һалып ҡалдырыла. Һәйкәл асыу 10 декабрь 1922 йылдың 10 декабренә[3], Лениндың монументаль пропаганда планы сиктәрендә планлаштырыла[2].

Тасуирлама үҙгәртергә

Һәйкәл мәрмәр таш онтағы ҡушылған бетондан эшләнә. А. И. Герцен баҫып тора, ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарған. Уның уң ҡулында түбәнгә табан декоратив йыйырсыҡланып, аҫылынған плащ. Н. П. Огарев та баҫып тора, уның бөкләнгән уң ҡулында крылатка[2].

Герцен һәм Огаревтың Мәскәүҙәге башҡа һәйкәлдәре үҙгәртергә

Мәскәүҙә был парлы ҡомартҡынан тыш, һуңғараҡ тағы ла Мәскәүҙең Тверь бульварында Герцен һәйкәле һәм Воробьевы тауында Герцен һәм Огаревҡа һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 2,0 2,1 2,2 Кожевников Р. Ф. Памятники Герцену А. И. и Огареву Н. П. // Скульптурные памятники Москвы. — М.: Московский рабочий, 1983.
  3. 3,0 3,1 Алексей Миторфанов. Арбат. Прогулки по старой Москве.