Мифологияла һарыҡ

Башҡорт мифоглогияһы

Һарыҡ (рус. Овца в мифологии) — ыңғай семантикалы мифологиялы хайуан; мосолман мифологияһында ҡорбан килтергәндә кешене алмаштырыусы[1].

Мифологияла һарыҡ
Рәсем

Башҡорт халыҡ ижадында һәм дини инаныуҙарында һарыҡтың тотемик тәүге ата-бабаһының ипоста́сь (тәкә) кешеләрҙе ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы, шәфҡәт күрһәтеүсе һәм дауалаусы, ғүмерҙе һаҡлаусы, күрәҙәсе ролендә сығыш яһай, уңдырышлылыҡты, бәхетте һәм муллыҡты көсәйтә. Һарыҡты (тәкәне) боронғо башҡорттар тарафынан изгеләндереү нигеҙендә тәүтормош кешеләренең кеше менән һарыҡтың (тәкәнең) нәҫел, берҙәм һәм ҡан ҡәрҙәш булыуы тураһында тотемик фекерләү рәүеше ята[2].

Фольклорҙа үҙгәртергә

 
Һарыҡ башы рәүешендәге боронғо грек ритоны (һауыт)

Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәрендә һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә һарыҡ ҡурсалаусы һәм яҡшылыҡ ҡылыусы итеп күҙ алдына килтереүҙәр менән ассоциациялаша. Тәү сиратта һарыҡ — киләсәкте алдан күрә белеү, күрәҙәселек сифаттарына эйә булған хайуан итеп һүрәтләнә. Алдан күрә белеү,уй-фекерләү, күрәҙәселек һәләттәре «Булансы-Мәргән» әкиәтендә һәм «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында (Ғ. Сәләм варианты) асыҡ күренә. «Булансы-Мәргән» әкиәтендә рәхмәтле һарыҡ батырға өс йөн алырға тәҡдим итә, кәрәк саҡта яндырырға ҡуша. Булансы менән һеңлеһе ғәйәт ҙур таш араһында ҡалғас, батыр һарыҡ әйткәнсә йөндө яндыра. Уның эргәһенә һарыҡ башы тәгәрәй. Егет һарыҡтың башы менән ташҡа өс тапҡыр һуғып ала. Таш та, һарыҡ башы ла асыла, ағаһы менән һеңлеһе иреккә сыға. Шул рәүешле һарыҡ, үҙ-үҙен ҡорбан итеп, әкиәт персонаждарын һәләк булыуҙан ҡотҡара[3]. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында:

Ҡуҙыйкүрпәс көтөүсенең һүҙенә риза булып, ҡунырға калды, ти. Былар икәүләп һөйләшеп ултырған арала, бер ҡуй көтөүҙән айырылып сыҡты ла ҡайҙалыр сабып китте, ти. Куҙыйкүрпәс менән көтөүсе уның ҡайҙа китеүен белмәй ҙә ҡалдылар, ти. Был ҡуй Күсәр хандың саңдауына барып, баҡса аша Маянһылыу торған йорттоң тәҙрә алдына үтеп, телгә килде лә: һөйөнсө лә, Маян, һөйөнсө, Маян, Итәгең-еңең төйөнсө, Маян: Ҡуҙый ҙа Күрпәс килә лә ятыр, Ҡуҙый ҙа Күрпәс килә лә ятыр!..— тип һамаҡлай башланы, ти. Маянһылыу: «Әй, ҡороғор, нимә юҡты һөйләп йөрөйһөң, кит бынан!» — тип, ҡуйҙы ҡыуып ебәрҙе, ти. Ҡуй тағы ла әйләнеп килеп, шул уҡ һамағын ҡабатланы, ти: һөйөнсө лә, Маян, һөйөнсө, Маян, Итәгең-еңең төйөнсө, Маян: Ҡуҙый ҙа Күрпәс килә лә ятыр, Ҡуҙый ҙа Күрпәс килә лә ятыр!.. Маянһылыу тағы ла: «Юҡты һөйләп йөрөмә!» — тип, ҡуйҙы ҡыуып ебәрҙе, ти. Ҡуй өсөнсө тапкыр килеп, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ һамаҡланы, ти: һөйөнсө лә, Маян, һөйөнсө, Маян, Итәгең-еңең төйөнсө, Ҡуҙый ҙа Күрпәс килә лә ятыр, Ҡуҙый ҙа Күрпәс килә лә ятыр!.. Маянһылыу бик асыуланып, йүгереп сыҡты ла: «Нимә юҡты һамаҡлап, яраға тоҙ һалып йөрөйһөң, бысаҡ ҡаҙалғыры!» — тип, бысағы менән һелтәнгәйне, бысаҡ ҡуйҙың осаһына тейеп, ярып ебәрҙе, ти. Бына шунан ҡуйҙарҙың осаһы ярыҡ булып ҡалған икән, ти[4].

Башҡорттарҙың «Ҡурай» [5]тураһында әкиәтенең төрлө варианттарында башына һарыҡ мөгөҙө үҫкән хан тураһында һөйләнелә. Хандың тышҡы ҡиәфәте донъяның күп төрлө халыҡтары мифологияһына хас булған ярым хайуандың, тотемик тәүтормош кешеләренең тышҡы ҡиәфәтен асыҡ сағылдыра.

Һарыҡ мөгөҙө менән батшаның булыуы, боронғо башҡорттар ярымтәкә ҡиәфәтендәге мифик йән эйәһен беренсе атай тип таныған, тигән фекергә килтерә.

Һарыҡты антропоморфизациялау «Үгеҙ, һарыҡ, әтәс, бесәй» әкиәте өсөн дә хас, унда һарыҡ кешесә йәшәү рәүеше алып бара, кешесә һөйләшә. Икенсе яҡтан, башҡорт йолаларында кешенең һарыҡ төрөн ҡабул итеү һәләтлеге тураһында фекер йөрөтөү ауаздары һиҙелә. «Һоро ҡарға» әкиәтендә героиня, эҙәрлекләүселәрҙән ҡасып, һарыҡҡа әйләнә[2].

Дини инаныуҙар үҙгәртергә

Башҡорттарҙың донъяға ҡарашында һарыҡ «байлыҡ», «именлек» төшөнсәләре менән ассоциацияланған. Боронғо башҡорттарҙың кеше менән һарыҡтың оҡшашлығы һәм туғанлығы, уларҙың берҙәм тотемик ата-бабаһынан килеп сығышы тураһында тотемик фекерләү рәүеше ырыу-ҡәбилә номенклатураһында ла һаҡланған. Мулла-ғәйнә ырыуы составында «ҡусҡар» ырыу бүленеше теркәлгән, балаҡатайҙарҙа — «бәрән» ырыу бүленеше (ике йыллыҡ һарыҡ, ярка), «тәкеш». Көнбайыш табындары составында «күрпәс табын» ырыуы бар ("күрпә"нән — яңы тыуған бәрәс). «Бәрәс» һәм «ҡара һарыҡ» ырыу бүленештәре бар. Антропонимдар: Аҡҡусҡар, Байғусҡар , Аҡҡуй («аҡ» + «ҡуй» — курдючный баран), Ҡуйкүрпәс («ҡуй»+«күрпәс»), Ҡуйһылыу («ҡуй»+«һылыу»), Ҡуҙы (ягненок-бәрәс), Күрпәс, Ҡуҙыйкүрпәс[2].


Боронғо башҡорттарҙың мифологияһында ла илаһи йәки күк һарыҡтары образы булғандыр. Бөгөн дә башҡорттарҙың йәнле һөйләү телмәрендә «Алланың ҡашҡа тәкәһе» образы һаҡланған. Нигеҙһеҙ рәүештә өҫтөнлөклө хәлгә ҡуйылған йәки лайыҡһыҙ рәүештә хеҙмәт итергә, башҡаларҙан юғарыраҡ булырға ынтылған кеше тураһында әйтелгән афоризм[2].

Ғөрөф-ғәҙәтәр һәм йолалар үҙгәртергә

Оло быуын башҡорттары хәтерендә уңдырышлылыҡ символы, һарыҡты изгеләндереү идеяларына нигеҙләнгән инаныуҙар тере: «Туйға быуаҙ һарыҡ бирҙем, йыл тәүлегенә килен буйға ҡалыр» (бер йыл дауамында килен ауырға ҡалыр). Бында боронғо һынамыш бар, уға ярашлы бүләк ителгән быуаҙ һарыҡ йәш ҡатынды әсәлек бәхете менән тәьмин итә.

Боронғо башҡорттарҙың һарыҡ тураһындағы тотемик ҡараш эҙемтәләре туй йолаһында һаҡланған. Мәҫәлән, туйҙа ҡатнашыусыларҙы һыйлар өсөн кейәүҙең ата-әсәһе тарафынан һарыҡты һуйыуға алып килеү «һөйһөн килеү» йәки «мөхәббәт аҙығы килтереү» тип атала.


Ғәйнә башҡорттарының йәрәбә һалыу менән бәйле күрәҙәлектәре киң таралған була. Яҙын, апрель башында, ҡыҙҙар төндә мал һарайында һарыҡ тотҡан. Әгәр ҙә ҡарт һарыҡ тотһаң, ҡарт кейәүгә сығаһың, йәште тотһаң — йәшкә, ҡара һарыҡ — ҡуңғырт кешегә, аҡ һарыҡ — аҡ йөҙлө кешегә кейәүгә сығаһың, тип юрала.

Хәйбулла, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында һарыҡ һөйәктәре (ашыҡ) менән бәйле йола киң таралған. Һарыҡ «ашыҡтары» («сөкәлсәйҙәрен») ҡыҙҙар бер рәткә ҡуя һәм һәр береһенә йолала ҡатнашыусының исемен биреп, эткә өндәшәләр. Эттең беренсе булып ниндәй һөйәк эләктергәнен белеп, ҡыҙҙарҙың кемеһе бөтәһенән дә алдараҡ кейәүгә сығасағын хәл итәләр.

Һарыҡ кеше яҡлаусыһы ролендә һәм ғаилә ағзаларының береһен көткән ҡатмарлы тормош шарттарында (һуғышҡа, алыҫ юлға оҙатыу һ.б.) берәй йорт хайуанын («мал инселәү») бағышлау йолаһында сығыш яһай. Әгәр бынан һуң проблема имен генә хәл ителһә, бағышланған хайуан ҡорбанға килтерелгән.

Ҡорбан һарығы 6-8 айҙан өлкән һәм 2-3 йәшкә тиклем, һимеҙ, тән өлөштәре зыян күрмәгән, бер ниндәй кәмселектәре лә булырға тейеш түгел.

Аллаға улын ҡорбан итергә әҙерләнгән Ибраһимға күктән ошо мәлдә Аллаһы Тәғәлә ергә бер һарыҡ (ҡусҡар) төшөргән. Шулай итеп, буласаҡ пәйғәмбәр Исмәғилдең ғүмере ҡотҡарылған[2].

Им-томдар үҙгәртергә

Һарыҡ йөрәге ултыртыу йолаһы. Ҡот ҡойоп та, тауыҡ ултыртып та ҡото осҡан кеше ипкә килмәһә: «Бынып ҡото ныҡ осҡан, йөрәге урынынан тайған», — тип,- уға йөрәҡ ултырталар, һарыҡты сала һалып, күкрәген ярып, туҡтап, та өлгөрмәгән йөрәген ала һалалар ҙа ҡото осҡан кешене*, салтгатан һалып ҡуйып, йөрәге тәңгәленә ултырталар, һарыҡ йөрәге шиңгэнсе ултырырға тейеш[6] Бала оҙаҡ ваҡыт башын тота алмаған осраҡта ла башҡорттар һарыҡ ярҙамына мөрәжәғәт иткән: ошондай шарттарҙа ата-әсәһе ҡорбанға һарыҡ килтергән.

Һары име. Һарыға им итеп әүәле аш-һыу менән ауырыуға һарыҡ бете ашатҡандар. Бүҫерҙе туҡтатыу өсөн һарыҡ майы эсергәндәр[1].

Балалар уйыны үҙгәртергә

Башҡорт мифологияһында кешенең һарыҡ төрөн ҡабул итеү һәләтлеге тураһында фекер йөрөтөү ауаздары уйындарҙа ла һиҙелә. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш, үҙәк һәм көнбайыш райондарында таралған «Һуҡыр тәкә» балалар уйынында ла ошоға оҡшаш мотив бар: уйында ҡатнашыусыларҙың береһе бармағын ҡоромға буяй һәм йоҙроҡҡа ҡыҫа. Уйнаусылар, сиратлап бер бармаҡты асып, "һуҡыр тәкәне"т һайлай. Уны күҙен яулыҡ менән бәйләйҙәр, шунан һуң ул балалар тота башлай. Кем беренсе тотола, шул киләһе «һуҡыр тәкә» була[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә