Махунцети күпере - груз. მახუნცეთის ხიდი - Грузиялағы Аджария төбәге Махунцети ауылы биләмәһендәге Аджарисцкали йылғаһы аша һалынған күпер.

Махунцети күпере
груз. ქვედა მახუნცეთის ხიდი
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Кедский муниципалитет[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Аджарисцкали[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Махунцети күпере Викимилектә

Махунцети күпере

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Аджарияла беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған боронғо 25 аркалы күпер бар, мәгәр тап Махунцети күпере Грузия ҡунаҡтарының иғтибарын иң ныҡ йәлеп итә һәм оҡшай. Яҡынса 900 йыл элек төҙөлгән тип һанайҙар.

Был күпер башҡалары араһында иң ҙуры (оҙонлоғо 24 м ), әммә иң бейеге һәм киңе түгел: киңлеге - 2,5 м, һыу кимәленән бейеклеге - 6 м. Һул яҡтан ингән урынының оҙонлоғо - 1,75 м, ә уң яҡтағыһы - 2 м. Ингән урындағы киңлеге 3,24 м һәм 3,70 м.

Төҙөлөш өсөн материал итеп яҡындағы ҡаяларҙың таштарын алғандар, уларҙы эзбиз иҙелмәһе менән бер-береһенә беркеткәндәр. Конструкцияһы менән материалы ябай ғына кеүек, мәгәр күпер әллә нисә ер тетрәүҙе емерелмәй үткәргән һәм мең йылға яҡын кешегә хеҙмәт итеүен дауам итә [1].

Күперҙең яндауыры юҡ

Ҡомартҡы үҙгәртергә

2006 йылда президент указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Грузинская Советская Энциклопедия , т.к. 6, с. 522, Тбилиси 1983 год.

Һылтанмалар үҙгәртергә