Мартвили монастыры

Мартвили монастыры (грузин: მონასტერი მარტვილის) Грузияның Смаегрело-Земо Сванети крайының Мартвили муниципалитетындағы грузин монастырь комплексы. Ул иң юғары убала урынлашҡан һәм стратегик әһәмиәткә эйә.

Мартвили монастыры
груз. მარტვილის მონასტერი
Нигеҙләү датаһы VII быуат һәм X быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Мартвили[d]
Епархия Грузинская православная церковь[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Мартвили монастыры Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Монастырь урынлашҡан тау түбәһендәге арауыҡ элекке ваҡытта "мәжүси мәҙәни үҙәге" сифатында ҡулланылған һәм изге урын булған. Был төбәктә ҡарт һәм ҙур имән үҫкән, уға ҡасандыр кешеләр муллыҡ ҡорамы кеүек табынған. Сабыйҙарҙы бында ҡорбан итеп килтергәндәр. Төп халыҡ христиан диненә күскәндән һуң, кешеләр уға табынмаһын өсөн һуң боронғо имәнде киҫәләр. Имәндең тамырҙарына быуат аҙағында сиркәү төҙөйҙәр. Сиркәү христианлыҡты ҡабул итеү өсөн өгөтләгән һәм Мегрелияла мәжүсиҙәрҙе христиан яһаған Изге Андрей хөрмәтенә арнала. .

Төп Мартвили соборы (Mегрельце һәм Лазкада Чкони "имән" тигәнде аңлата) 10 быуатта баҫып алыуҙарҙан һуң тергеҙелә. Сиркәүҙең 14 һәм 17 быуат фрескалары һаҡланған.

Монастырь үҙгәртергә

Урта ьыуаттың Юғары дәүерендә монастырь мөһим дини үҙәк булған, унда белем алғандар, грузин телен тәржемә иткән монахтар аша мәҙәни алмашыу башҡарғандар. Грузия Советтар Союзына ҡушылғанға тиклем монастырь әүҙем эшләй. 1998 йылда монастырҙың тиҫтә йылдар эш итмәүенән һуң Патриарх II Элиас монастырҙы яңынан аса. 2007 йылда Пьер де Тчкондиди монастырға элекке данын ҡайтара, ионастырҙа патриарх резиденцияһын, ирҙәр өсөн Изге Андрей монастырын һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Изге Нино монастырын аса. Монастырь комплексының ҡайһы бер өлөштәре һәм иҫке биналарҙың реконструкцияһы төҙөлөү стадияһында[1].

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. "Le monastère de Martvili". .atlantaserbs.com/. 8 Temmuz 2019 tarihinde kaynağından arşivlendi. Erişim tarihi: 26 Mart 2013.

Библиография үҙгәртергә

  • Beridze, F. (1974), Old Georgian Architecture, Tiflis, Gürcistan 
  • Chubinashvili, C. (1936), Georgian Art History, Vol. 1, Tiflis, Gürcistan 
  • Beradze, H.; L. Menabde (1983), Choir, Vol. 6, Tiflis, Gürcistan, s. 458 

Тышҡы һылтанмалар үҙгәртергә