Макаров Валерий Леонидович

Макаров Валерий Леонидович (25 май 1937 йыл, Новосибирск) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы һәм математигы. СССР Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1990, 1979 йылдан ағза-корреспонденты). РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985-2017). Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад факультеты деканы

Макаров Валерий Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, математик
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны Новосибирск дәүләт университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
ЦЭМИ РАН[d][1]
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Новосибирск дәүләт университеты[2]
Университет Обафеми Аволово[d][2]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Канторович Леонид Витальевич[2]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Эконометрическое общество[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Валерий Леонидович Макаров 1937 йылдың 25 майында Новосибирск ҡалаһында тыуа. Академик Юрий Леонидович Ершовтың ағаһы[4].

Мәскәү дәүләт иҡтисад институтында уҡый. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1965), физика-математика фәндәре докторы (1969, Лениград дәүләт университеты).

СССР фәндәр академияһының Себер бүлексәһенең Математика институтында (1960—1983) һәм Новосибирск университетында (теоретик кибернетика кафедраһы мөдире) эшләй. Ойоштороу һәм идара итеү проблемаларының Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтының директоры (1983—1985).

РФА Үҙәк иҡтисад-математика институты директоры (1985 йылдан), Дәүләт гуманитар фәндәр академик университетының иҡтисад теорияһы факультеты деканы (1996 йылдан), Мәскәү дәүләт университетының Дәүләт идара итеү юғары мәктәбе директоры (2006 йылдан), Мәскәү дәүләт университеты иҡтисади-математик моделләштереүҙең ғәмәли проблемалары кафедраһы мөдире, «Экономика и математические методы» журналының баш мөхәррире, Рәсәй иҡтисад мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе, беренсе ректоры (1992—2004) һәм президенты (2004), Никита клубы советы ағзаһы, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры, «Economic Change and Restructuring» (США) журналы редколлегияһына инә, йәмғиәт белеме буйынса мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы Рәсәй советының эксперт комиссияһы ағзаһы булып тора.

2002 йылдан 2008 йылға тиклем РФА Ижтимағи фәндәр бүлегенең академик- секретары. РФА Президиумы составына инә. Хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми этика буйынса комиссия ағзаһы.

Эконометрик йәмғиәт ағзаһы (1978). Халыҡ-ара иҡтисади ассоциацияһының башҡарма комитеты ағзаһы (1995).

Баҫмалар исемлеге үҙгәртергә

Бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР Министраҙар Советы премияһы
  • Л. В. Канторович исемендәге премия (1996) — иҡтисади динамика һәм яңылыктар теорияһы буйынса эштәр циклы өсөн
  • Л. В. Канторович исемендәге премия ( А. Р. Бахтизин, Е. Д. Сушко менән берлектә, 2020 йыл өсөн) — «Ижтимағи фәндәрҙә суперкомпьютер технологиялар» ғилми эштәр циклы өсөн
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1978, 1987)
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1997)[6]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008)[7]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022)[8]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә