Магура — Болгарияның Видин өлкәһендәге мәмерйә. Видин ҡалаһы янындағы Рабиша ауылы эргәһендә урынлашҡан.

Магура
Координаты: пропущена долгота
Ил
Болгария
Красная точка
Магура
 Магура мәмерйәһе Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Мәмерйә Рим империяһы һәм урта быуаттар осоронда уҡ билдәле булған һәм өйрәнелгән.

Спелеологик тасуирлама үҙгәртергә

 
Наскальные рисунки в Магура мәмерйәһендәге петроглифтар (таштағы һүрәттәр)

Дөйөм оҙонлоғо 3 км. Мәмерйә оҙон һәм тәрән коридорҙарҙан тора, уны тулыһынса үтер өсөн уртаса 5 сәғәт кәрәк була. Магура мәмерйәһе үҙенең сталактиттары, сталагмиттары һәм сталактонлары менән билдәле. Иң ҙур сталактондың бейеклеге 20 метр, ә нигеҙенең диаметры 4 метр тәшкил итә. Иң ҙур сталагмиттың оҙонлоғо 11 метр, ә нигеҙенең диаметры 6 метр тәшкил итә.

Йыл әйләнәһенә мәмерйәлә +12 °C температураһы һаҡлана.

Таштағы һынлы сәнғәт үҙгәртергә

Мәмерйә шулай уҡташтағы һынлы сәнғәттең 700 өлгөһө менән билдәле. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ һындары, һунарсылар, хайуандар, үҫемлектәр, ҡояш һәм йондоҙҙар һүрәтләнгән. Болгар тикшеренеүселәре буйынса бында Европалағы иң боронғо неолит осорондағы ҡояш календары төшөрөлгән, ул 366 көндән торған[1]. Ғалимдар фекеренсә, кешеләр бында һуңғы палеолит осоронда (б.э.т. 100 000 — 40 000 йылдар) йәшәгән.

Хәҙерге ваҡыт үҙгәртергә

 
Мәмерйәнән күренеш

Мәмерйәлә шараптар һаҡлана. Иң ҙур Триумфаль залда (бейеклеге 30 м, киңлеге — 58, оҙонлоғо — 130 м) классик музыкаһы концерттары уҙғарыла. Туристар өсөн тотҡослы һәм яҡтыртылған һуҡмаҡ юлдар һалынған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә


  Был сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.