Көрәкморон (урыҫ. Колпица, лат. Platalea leucorodia) - күпселектә йылы илдәрҙәге һаҙлыҡтарҙа йәшәй, ағас баштарына оялай торған оҙон суҡышлы, эре һылыу ҡоштар; Европаның һәм Азияның урта һәм көньяҡ һыҙатында йәшәй торған ҡош.

Көрәкморон
Көрәкморон
Көрәкморон
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Platalea leucorodia Linnaeus, 1758

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003802

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174933
NCBI  257867
EOL  1049642
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә
Platalea leucorodia

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ҡаҙ ҙурлығындағы ҡош. Дөйөм төҫө аҡ, башындағы оҙон ҡауырһындары һарғылт, аяҡтары ҡара. Оҙон ҡара суҡышының осо көрәк кеүек киңәйгән һәм һары төҫтә.

Тауышы үҙгәртергә

Өнһөҙ ҡош, тик ояһы эргәһендә генә мығырлауға оҡшаған тауыш сығара.

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Ялан һәм далаларҙағы ҙур күл һәм йылға буйҙарында йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Аҙығын һыуҙан киң суҡышы менән һөҙөп тота; һыу бөжәктәре, ваҡ балыҡ, тәлмәрйен, сумесбаш, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Ояһын ҡамыштарҙа, ҡыуаҡтарҙа, һирәкләп ағас баштарында яһай. Ҡыҙғылт һипкелдәр менән сыбарланған 3—4 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.


Һүрәттәр үҙгәртергә


Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. М.: Лабиринт-пресс
  • Красная Книга Российской Федерации М.: АСТ 2001
  • Ганзак Я. «Иллюстрированная энциклопедия птиц». Прага: Артия 1974