Көнбайыш Европа — сәйәсәт, тәбиғәт йә иһә мәҙәниәт билгеһе буйынса берләшкән Европа илдәрен атаусы термин. Һалҡын һуғыш ваҡытына тиклем Көнбайыш Европа илдәренә НАТО блогындағы дәүләттәрҙе индерәләр. Был ваҡытта Көнсығыш Европа илдәре ОВД блогында торалар. ОВД тарҡалғандан һуң тағын үҙәк, төньяҡ һәм көньяҡ Европаны айырып йөрөтә башлайҙар. Шуға күрә Көнбайыш Европа илдәренә хәҙер бары Бельгия, Люксембург, Монако, Нидерланд һәм Франция дәүләттәрен индерәләр.

Көнбайыш Европаға индерелгән дәүләттәр үҙгәртергә

Дәүләт Төркөмләү ысулы Баш ҡала
БМО версияһы[1] ЦРУ версияһы[2] СГНЗС версияһы ОКСМ версияһы[3]
  Австрия Үҙәк Европа Үҙәк Европа Вена
  Бельгия Брюссель
  Бөйөк Британия Төньяҡ Европа Төньяҡ Европа Лондон
  Германия Үҙәк Европа Үҙәк Европа Берлин
  Ирландия Төньяҡ Европа Төньяҡ Европа Дублин
  Лихтенштейн Үҙәк Европа Үҙәк Европа Вадуц
  Люксембург Люксембург
  Монако Монако
  Нидерланд Амстердам
  Франция Париж
  Швейцария Үҙәк Европа Үҙәк Европа Берн
«Көнбайыш Европа» илдәре телдәрендә үҙгәртергә
Телдәр (илдәр) Атама
Инглиз (Бөйөк Британия, Ирландия) Western Europe
Француз (Франция, Швейцария, Бельгия, Люксембург, Андорра, Монако) Europe de l’Ouest
Немец (Германия, Австрия, Швейцария, Бельгия, Люксембург, Лихтенштейн) Westeuropa
Нидерланд (Нидерланд, Бельгия) West Europa
Испан (Испания, Андорра) Europa Occidental
Португал (Португалия) Europa Ocidental
Итальян (Италия) Europa Occidentale
Ирланд (Ирландия) Iarthair Eoraip
Каталан (Андорра) Europa Occidental

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә