Күлмәк
Күлмәк — (рус. Кульмяково) Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Кәҫле районындағы ауыл. Береговой ауыл торағы составына инә. Район үҙәгенән, Кәҫле ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 209 метр бейеклектә ята[2].
Күлмәк | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Береговое сельское поселение[d][1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 209 метр |
Почта индексы | 456840 |
Урындағы телефон коды | 35149 |
Атамаһы үҙгәртергә
Ауыл күсеп ултырған кешеләрҙең береһенең исеме менән аталған (Күлмәк; Килмәк боронғо башҡорт теленән — «килмешәк»; ваҡыт үтеү менән, күрәһең, географик термин күлмәк менән алмашынған — «таҙа һыу менән үлән баҫҡан һаҙлыҡ»).
Тасуирламаһы үҙгәртергә
Рельефы — ярым тигеҙлек (Урал арты пенеплен); Ландшафты — урман-дала. Ауыл тирәләй — күп һанлы ваҡ урманлыҡтар. Кәҫле күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдар менән бәйләнгән. Ауыл биләмәһенә, Береговой ҡасабаһына тиклем — 12 км. Халҡы 4 кеше. (1970 йылда — 137, в 1983 йылда — 50, 1995 йылда — 14).
Тарихы үҙгәртергә
Ауылға 18 быуат — 19 быуат башында Олоҡатай сиктәрендә башҡорттар нигеҙ һала.
Башта Екатеринбург ведомствоһына ҡарай, һуңғараҡ — Буринский һәм Ҡоншаҡ районына. 1930 йылда «Үрнәк» колхозы ойошторола, уға 2948 га ауыл-хужалығы ерҙәре ҡарай. 1939 йылда Күлмәк ауылында 104 ихата була. Һуңғараҡ ауыл производство сәбәптәре менән Кәҫле районына беркетелә: колхоз ерҙәре «Береговой» совхозына бирелә. 1946 йылда 79 ихата иҫәпләнә; мәктәп, тимерлек эшләй[3].
Халҡы үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[4] | 2010[5] |
4 | ↘0 |
Мәғлүмәттәр буйынса Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда даими халыҡ һаны ауылда юҡ
Урамдары үҙгәртергә
Ауыл бер урамдан тора (Урман урамы)[6].
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Kul’myakovo(англ.). GeoNames.Дата обращения: 2 апреля 2014.
- ↑ Кульмяково
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Кульмяково д.