Крючкова Валентина Александровна

Крючкова Валентина Александровна (193926 февраль 2018 йыл, Мәскәү) — сәнғәт фәне белгесе һәм сәнғәт тарихсыһы, XX—XXI быуаттарҙағы Франция һәм Италия сәнғәте буйынса белгес, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған(1963); сәнғәт фәндәре докторы, Рәсәй сәнғәт академияһы ҡарамағындағы Һынлы сәнғәт теорияһы һәм тарихы ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр (1974),Рәсәй сәнғәт академияһының почетлы академигы (2013).

Крючкова Валентина Александровна
Тыуған көнө

1939

Вафат көнө

2018

Ғилми дәрәжәһе

сәнғәт ғилеме докторы

Биографияһы үҙгәртергә

Валентина Александровна Крючкова СССР-ҙа 1939 йылда тыуа; 1963 йылда ул М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын — «сәнғәт тарихы белгесе һөнәре буйынса — тамамлай. 1970 йылдан алып 1973 йыл буйына ул СССР Сәнғәт академияһының Һынлы сәнғәт теорияһы һәм тарихы ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһында уҡый: диссертация әҙерләгән саҡта уның ғилми етәксеһе философ, профессор Михаил Лифшиц була. 1975 йылда «Графика иллюстрированных журналов США и некоторые проблемы „массовой культуры“» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм фән кандидаты булып китә.

1974 йылдан алып Валентина Крючкова СССР-ҙың (Художество) Сәнғәт академияһына ҡараған Һынлы сәнғәт теорияһы һәм тарихы ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр була. Валентина Александровна Крючкова 2011 йылда «Абстракция осоронда Мимесис. Икенсе париж мәктәбе сәнғәтендә ысынбарлыҡ образдары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм артабан сәнғәт ғилеме докторы булып китә. Ике йылдан һуң ул Рәсәй Художество академияһының почетлы академигы булып китә. 2018 йылдың 26 февралендә Мәскәү ҡалаһында вафат була. В. В. Крючкова Мәскәү ҡалаһының Митино зыяратында ерләнгән.

Эштәре үҙгәртергә

  • «Символизм в изобразительном искусстве. Франция и Бельгия, 1879−1900». Монография. М., Изобразительное искусство, 1994;
  • «Пикассо: от „Парада“ до „Герники“». Монография. М., Прогресс — Традиция, 2003;
  • «Мимесис в эпоху абстракции. Образы реальности в искусстве второй парижской школы». Монография. М., Прогресс — Традиция, 2010;
  • «Группа „Наби“» /Альбом/. М., Белый город, 2008;
  • «Тулуз-Лотрек» /Альбом/. М., Белый город, 2009.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Классическая традиция в развитии: от античности до современности. Памяти доктора искусствоведения, почётного члена РАХ В. А. Крючковой (1939—2018), 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә