Корзухина Гали Фёдоровна

Корзухина Гали Фёдоровна (17 ғинуар 1906 йыл, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы — 29 август 1974 йыл, Ленинград) — СССР археологы, матди мәҙәниәт һәм художестволы һөнәр буйынса сәнғәт белгесе, тарих фәндәре кандидаты.

Корзухина Гали Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 4 (17) ғинуар 1906
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 август 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Хованск зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Константин Константинович Романов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Архитектор Федор Алексеевич Корзухин (1875—1941/1942) ғаиләһендә тыуған, рәссам Алексей Иванович Корзухиндың (1835—1894) ейәнсәре. 1923 йылда мәктәпте тамамлай һәм Петроград университеты (һуңғараҡ Ленинград дәүләт университеты) студенты булып китә. 1926 йылда Ленинград университетының тел ғилеме һәм матди мәҙәниәт факультетын тамамлай. Уҡыу йылдарында шул уҡ университетта уҡыған буласаҡ ире һәм тарихсы Воронин Николай Николаевич менән таныша. Шулай уҡ унда шул осорҙа Б. Б. Пиотровский, В. Ф. Гайдукевич, А. А. Иессен уҡыйҙар[1].

1926 йыл аҙағынан 1930 йылға тиклем Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһында профессор һәм архитектор К. К. Романов етәкселегендә аспирантура үтә. Шул уҡ ваҡытта уның ассистенты була һәм Дәүләт сәнғәт тарихы институтында уҡыта. Шул уҡ аспирантурала Н. Н. Ворониндан һәм А. А. Иессендан башҡа, тағы ла М. И. Артамонов, С. Н. Замятнин, Н. П. Шульц уҡыйҙар. 1930 йылда тәүҙә Ленинград өлкә архив идаралығында, һуңынан матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһында архивсы булып эшләй[2].

1935—1938 йылдарҙа Рус дәүләт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм ҡулланма сәнғәт фонды һаҡлаусыһы булып эшләй. 1938—1941 йылдарҙа ҡабаттан Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһында эшләй[3]. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда улы Николай менән бергә Свердловскиҙә эвакуацияла була[2].

1945 йылда «Русские клады IX—XIII вв.» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, һуңынан ул монография итеп эшкәртелә һәм 1954 йылда нәшер ителә. 1945 йылдан 1972 йылға тиклем осорҙа матди мәҙәниәт тарихы институтында эшләй, унда 1964—1967 йылдарҙа Ҡулъяҙма архивы мөдире була. Торопце (1960—1961) һәм Старая Ладога (1968) экспедициялары етәксеһе була[3].

Мәскәүҙә Хованский зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

- Олатаһы рәссам Алексей Иванович Корзухин (1835—1894).

- Атаһы архитектор Федор Алексеевич Корзухин (1875—1941/1942).

- Ире тарихсы Воронин Николай Николаевич (1904—1976).

- Улы Николай Николаевич Воронин (1934), Мәскәүҙә йәшәй.

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

Монографиялары үҙгәртергә

  • Корзухина Г. Ф. Древнерусские энколпионы. Нагрудные кресты-реликварии XI—XIII вв. / Подготовка к печати и каталог А. А. Песковой; Труды ИИМК РАН. Т. 7; Archaeologica Petropolitana 14. — СПб.: Петербургское востоковедение, 2003. — 432 с.
  • Корзухина Г. Ф. Предметы убора с выемчатыми эмалями V — первой половины VI в. н. э. в Среднем Поднепровье / Археология СССР. Свод археологических источников. Е 1-43. — Л.: Наука, 1978. — 124 с.
  • Корзухина Г. Ф. Русские клады IX—XIII вв. — М.; Л.: Академия наук СССР, 1954. — 158 с.

Мәҡәләләре үҙгәртергә

  • Корзухина Г. Ф. Еще раз о Тмутараканском болване // Культура средневековой Руси. — Л., 1974. — С. 25—29.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Гуревич Ф. Д. Гали Федоровна Корзухина (к 80-летию со дня рождения) // Советская археология. — 1987. — № 2. — С. 291—293.
  • Клейн Л. С. Из кладов России: Г. Ф. Корзухина // Славяно-русское ювелирное дело и его истоки. Международная научная конференция. Тезисы докладов. — СПб., 2006. — С. 7.
  • Корзухина Гали Фёдоровна / О. А. Щеглова // Конго — Крещение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 15). — ISBN 978-5-85270-346-0.
  • Лебедев Г. С. Место Г. Ф. Корзухиной в изучении Ладоги. Доклад на VI конференции «Северо-Западная Русь в эпоху средневековья». К 30-летию работ Г. Ф. Корзухиной в Старой Ладоге. Старая Ладога. 2—4 июня 1998 г.
  • Пескова А. А. О Гали Федоровне Корзухиной // Корзухина Г. Ф. Древнерусские энколпионы. Нагрудные кресты-реликварии XI—XIII вв. / Подготовка к печати и каталог А. А. Песковой; Труды ИИМК РАН. Т. 7; Archaeologica Petropolitana 14. — СПб.: Петербургское востоковедение, 2003. — С. 9.
  • Славяно-русское ювелирное дело и его истоки. Материалы Международной научной конференции, посвященной 100-летию со дня рождения Гали Фёдоровны Корзухиной (Санкт- Петербург, 10—16 апреля 2006 г.). — СПб.: Нестор-История, 2010. — 624 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә