Копайгород (укр. Копайгород) — Украинаның Винница өлкәһе Бар районында урынлашҡан ҡала тибындағы ҡасаба.

Копайгород
укр. Копайгород
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Копайгород
Дәүләт  Украина
Административ үҙәге Копайгородский район[d]
Административ-территориаль берәмек Бар районы
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 1258 кеше (2018)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 260 метр
Почта индексы 23053
Карта
 Копайгород Викимилектә

Географик урыны үҙгәртергә

Немия һәм Кесе Немия йылғалары ҡушылған ерҙә, Барҙан 28 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

1624 йылда беренсе тапҡыр телгә алына.[1]

1795—1923 йылдарҙа Подолье губернаһының Могилев өйәҙе составына инә[1].

1798 йылда бында католиктар костеле төҙөлә[1].

1882 йылда 157 йортта 800 кеше иҫәпләнә[1].

1897 йылдағы иҫәп алыу буйынса, халыҡ һаны 2950 кеше була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941—1944 йылдарҙа ауыл немец-румын ғәскәрҙәре оккупацияһында була («Транснистрия» составына индерелә).

1989 йылдың ғинуарына халыҡ һаны 1927 кеше[2] иҫәпләнә.

2013 йылдың 1 ғинуарында халыҡ һаны 1318 кеше[3] була.

Дин үҙгәртергә

Ҡасабала Изге Мәрйәм Инә раштыуаһы ҡорамында Украин православие сиркәүенең Винница һәм Бар епархияһы Бар благочиниеһы эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә