Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы

Иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор

Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2 август 1954 йыл) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013)[1].

Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 2 август 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Учалы ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Биләгән вазифаһы доцент[d]
Ғилми исеме доцент[d] һәм иҡтисад фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы 1954 йылдың 2 авгусында БАССР-ҙың (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Учалы районы Учалы ауылында тыуған. 1971 йылда 10-сы урта мәктәпте тамамлай. Мәскәү технология институтының Өфө филиалында инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса юғары белем ала. 1977—1987 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалында эшләй, башта ассистент, ә аҙаҡ экономика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1986 йылда Мәскәү технология институтының аспирантураһын тамамлай. Кейәүгә сыға, ғаиләлә ике бала тәрбиәләйҙәр[1][2].

1987—1995 йылдарҙа Мурманск өлкәһенең Заозёрск ҡала хакимиәтендә эшләй: өлкән иҡтисадсы, аҙаҡ финанс бүлеге начальнигы һәм администрация башлығы урынбаҫары. 1995 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыу-методик бүлек мөдире, бер үк ваҡытта аграр етештереү иҡтисад кафедраһы доценты вазифаһын башҡара. Иҡтисад фәндәре докторы. Доцент ғилми дәрәжәһе 1999 йылда бирелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Шөғөлдәре үҙгәртергә

Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы шулай уҡ әҙәби ижад менән шөғөлләнә. 2001 йылда беренсе «Признание в любви» исемле шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 2002 йылда икенсе «Войди в мой сад» шиғырҙар китабы «Озарение» Халыҡ-ара ижади көстәр союзы менән берлектә баҫылып сыға[2].

Әҙәби әҫәрҙәре үҙгәртергә

— «Мөхәббәт белдереү: йырҙар һәм шиғырҙар» («Признание в любви: песни и стихи»; 2001),

— «Минең баҡсама ин» («Войди в мой сад»; 2002),

— «Күк йөҙө яҡынлашыу» («Приближение неба»; 2005),

— «Көнсығыш еле» («Ветер с востока»; 2007)[2].

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Эволюция сферы услуг: неравновесный подход. М., 2004;
  • Устойчивое развитие сельских территорий. Уфа, 2008 (авторҙаш);
  • Социально ориентированная модель развития сельских территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2010<ref name="КЛИКИЧ Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы" /.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә