Катков Алексей Алексеевич

Катков Алексей Алексеевич (2 ғинуар 1944 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Ишембай үҙәк дауаханыһы баш табибы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Катков Алексей Алексеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Күксәтау
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Омск дәүләт медицина университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Катков Алексей Алексеевич 1944 йылдың 2 ғинуарында Ҡаҙағстандың Кокчетав өлкәһендә тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1966 йылда Омск медицина институтын (хәҙергә Омск дәүләт медицина академиһы) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1966 йылда медбрат булып башлай. Омск медицина институтын тамамлағас Пермь өлкәһендә хирург булып эшләй. 1969 йылдан Башҡорт АССР-ы Ишембай үҙәк дауаханыһында анестезиолог, хирург, баш табип булып эшләй. 1988 йылдан транспорт машина төҙөлөшө заводында медик-социаль часының баш табибы. [1] Ишембай ҡалаһы 88-се Промысла һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. [2]

Ҫаиләһендә ике ҡыҙ үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

«Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә