Йүкәле тауы (Әшә)

Көньяҡ Уралда, Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһында урынлашҡан тау (Рәсәй).

Йүкәле (Липовая) тауы — Көньяҡ Уралда, Силәбе өлкәһе Әшә ҡалаһында урынлашҡан тау (Рәсәй).

Йүкәле тауы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 140

Этимологияһы үҙгәртергә

«Йүкәле» атамаһы тауҙа күпләп үҫкән йүкә ағасына бәйләп бирелгәндер.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Йүкәле (Липовая) тауы — айырыуса һаҡланған тәбиғи ботаник ҡомартҡы (1969 йылдан). Әшә ҡалаһының көньяҡ өлөшөндә, Эҫем йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Ҡалаға ул үҙенең төньяҡ ҡаялы текә яры менән ҡарап тора. Тауҙың бейеклеге 299 метр, нигеҙенең майҙаны 8 км².

Тау таш күмер осороноң түбәнге ҡатламы эзбизташынан (359—299 млн йыл элек) ҡоролған. Ике мәғәрәһе (таш ҡыуышы) бар.

Тауҙа үҫемлектәрҙең 400 төрө осрай. Үҫемлек донъяһының нигеҙен боронғо урман тәшкил итә. Тауҙың һөҙәк көньяҡ ҡашлағы тау туғай үҫемлектәре, һирәк ағаслыҡ менән ҡапланған. Тау итәгендә ныҡ һирәгәйгән реликт шыршылыҡ һаҡланып ҡалған. Урман массивында ағас тоҡомдарынан: ваҡ япраҡлы ҡарама, имән, осло япраҡлы саған, япрағы йөрәк формаһындағы йүкә, себер аҡ шыршыһы осрай. Ҡыу ағастар һәм үрге ботаҡтары ҡороған ағастар күп.

Асыҡ урындарҙа тау туғай үҫемлектәре: ҡаты япраҡлы еҙүлән, һолүлән һ. б. менән ҡапланған. Бөртөклөләр фонында һары мәтрүшкә, ябай мәтрүшкә, йыланбашлы үлән, ҡуйы ҡыҙыл ҡуян кәбеҫтәһе йәки зәһәр сүл боросо, һыйырғойроҡ (айыуғолаҡ) үҫә. Йыш ҡына типик дала төрө — һары акация осрай. Тау туғайында тарут һәм лиана — княжика сибирская булыуы был урында элек урман булғанлығын раҫлай. Йүкәле тауында һирәк осрай торған декоратив үҫемлектәр: төн миләүшәһе, киң япраҡлы ҡыңғырау сәскәһе һ. б. үҫә.

Йүкәле тауының төньяҡ итәгенән Силәбе өлкәһе ҡалалары араһында үҙенә башҡа үҙенсәлекле Пилютов исемендәге утрау-парк башлана. Тау башында ла, паркта ла йөҙйәшәр йүкәләр һәм ҡарамалар үҫә.

Парктан арыраҡ, Эҫем йылғаһы ярында Алла Анаһы Ҡазан иконаһы хөрмәтенә һалынған ғибәҙәтхана урынлашҡан. Көнбайыштан һәм көньяҡтан тауға Липовый һәм Цементный (Әшә составында) ҡасабалары һырығып тора.

Тауҙа ике грунт юл һалынған. Беренсһе һыу һурҙырыу станцияһына, икенсеһе тау түбәһенә, Әшә телевышкаһына торған урынға, илтә.

Айырыуса һаҡланған тәбиғи ботаник ҡомартҡы территорияһында ағас ҡырҡыла, антропоген тәьҫир артыҡ дәрәжәлә: ял итеүселәр сәскә атып ултырған үҫемлектәрҙе бик күп итеп өҙә, урман түшәмәһен тапай. Шуның һөҙөмтәһендә йүкә, имән һәм аҡ шыршы ағас үҫемлектәренең ҡиммәтле, ыңғай сифаты һәм үҙсәнлектәренең яйлап насарая һәм юғала барыуы, деградацияһы, күҙәтелә.

Йүкәле тауы картала үҙгәртергә

Әшә ҡалаһында урынлашҡан Йүкәле тауы координаталары: 54.985261, 57.266072

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Аджигардак
  • Берёзовая гора гора
  • Каратау
  • Лысая гора

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә