Йылға террасаһы (тупһаһы) — (рус. Речна́я терра́са) — Йылға үҙәненең дюваль процесстар арҡаһында барлыҡҡа килгән, туғайынан ҡалҡыуыраҡ горизонталь йәки бер ни тиклем ауышҡан өлөшө. Әгәр террасалар бер нисә булһа, улар үҙәндең киҫелешендә төрлө йәштәге тупһалар барлыҡҡа килтерә. Террасалар аллювий менән һалынған һәм боронғо һыубаҫар туғай кимәлендә тора. Ғәҙәттә, һыу баҫыу һәм ташҡын уларға барып етмәй.

Йылға бассейны. Һулда — тәпәш терраса, уңда — йылға үҙәне
Йылға террасаһы
Рәсем
 Йылға террасаһы Викимилектә

Ҡағиҙә булараҡ, террасалар эрозия базисы түбән төшкәндә һәм йылға яңы тотороҡло тигеҙләнеш яһағанда барлыҡҡа килә: йырҙа аҫҡа төшә, һәм туғайы террасаға әүерелә. Һирәк кенә террасалар ерҙең тектоник хәрәкәттәре йәки климат үҙгәрештәре арҡаһында барлыҡҡа килә.

Төрҙәре үҙгәртергә

Террасалар геологик төҙөлөшөнә ҡарап түбәндәгесә бүленә:

  • эрозиялы (террасаны булдырған аллювий ҙур ҡеүәткә эйә түгел);
  • цоколле (аллювийы күп, һәм урындағы төп тоҡомдар туғайҙың аҫҡы өлөшөндә генә асыла);
  • аккумулятив (йылға боронғо аллювий аша ғына үтә).

Террасалар буй, арҡыры һәм боронғо нигеҙле (рус. коренные) була.

 
Ағиҙел йылғаһы террасаһы

Башҡортостанда йылға террасалары үҙгәртергә

Башҡортостанда йылғалар күп һәм, әлбиттә, террасаларға ла бай. Кама-Ағиҙел тигеҙлегендә йылға террасалары мөһим урындарҙы биләй. Һыу баҫар туғайҙар һәм уларҙан ҡалҡыуҙараҡ урынлашҡан террасалар Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Тере Танып йылғаларында бигерәк тә яҡшы үҫеш алған[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Туғайҙар

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Апполов Б. А. Учение о реках, 1963.
  • Важнов А. Н. Гидрология рек, 1976.
  • Сладкопевцев С. А. Развитие речных долин и неотектоника. — М.: Недра, 1973.
  • Чистяков А. А, Макарова Н. В, Макаров В. И. Четвертичная геология. — М.: ГЕОС, 2000.