Йосоп (Ҡыйғы районы)

Йосоп (рус. Юсупово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йосоп ауылы Кандаковка ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 529 кеше[2]. Почта индексы — 452508, ОКАТО коды — 80236835004.

Ауыл
Юсупово
башҡ. Йосоп
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы районы

Ауыл биләмәһе

Кандаковка ауыл Советы

Координаталар

55°37′31″ с. ш. 58°25′49″ в. д.HGЯO

Халҡы

529[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452508

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 236 835 004

Код ОКТМО

80 636 435 116

Юсупово (Рәсәй)
Юсупово
Юсупово
Йосоп (Ҡыйғы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юсупово

Географик урыны үҙгәртергә

Йосоп ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 29 километрҙа һәм тимер юл станцияһы Һилейәнән (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнбайышҡа 72 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

Йосоп ауылына XVIII быуаттың 1-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Шулай уҡ Шүрәле, Косогорная исемдәре менән теркәлгән.

Йосоп ауылы исеме 17351736 йылдарҙа Урал аръяғында башҡорт ихтилалы юлбашсыларының береһе булып танылған Дыуан улусының батыры Йосоп Арыҡов исеме менән тығыҙ бәйле. Ул 1735 йылда үҙенең отряды менән Верхнеурал ҡәлғәһен уратып алған һәм гарнизонды ҡәлғәне ҡалдырырға мәжбүр иткән[4][5].[6][7].

1795 йылда 15 йортта 120 кеше йәшәгән: 60 ир-егет һәм 60 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1816 йылда 29 йортта — ярашлы 92 һәм 82, 1834 йылда 41 йортта — 113 һәм 135, 1859 йылда 38 йортта 155 ир-егет һәм 164 ҡыҙ-ҡатын йәшәгән[8].

Биләмә берәмектәренә инеүе үҙгәртергә

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Әйле улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Дыуан-Ҡошсо өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Кандаковка ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Кандаковка ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Кандаковка ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше үҙгәртергә

1842 йылда 248 кешегә 39 сирек ужым һәм 362 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр.

41 хужалыҡта 291 ат, 185 һыйыр, 232 һарыҡ, 107 кәзә аҫырағандар. Бер нисә хужалыҡта барлығы 13 умарта һәм 16 солоҡ булған.

Дыуан улусы Йосоп ауылы башҡорттарының 1804 йылғы үтенесе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, унда Түбәнге Ҡыйғы ауылы старшинаһы Хәлил Юлсурин, үҙенең типтәрҙәре һәм мишәрҙәре менән, «аҫаба башҡорттарҙың Ыйыҡ һәм Ҡыйғы йылғаларының ике яғында урынлашҡан байтаҡ ерҙәрен көслөк менән баҫып алыуы» тураһында мәғлүмәт бирелгән[9][10].

1865 йылда 53 йортта 324 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгәндәр.

1906 йылда Йосоп ауылында мәсет теркәлгән.

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше үҙгәртергә

1920 йылда 151 хужалыҡта 380 ир-егет һәм 463 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Әлеге ваҡытта Йосоп ауылы халҡы «„Восход“ агрофирмаһы» ЯСЙ ағзаһы булып тора.

Ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[11].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Йосоп ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 604
1920 йыл 26 август 843
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 537
1959 йыл 15 ғинуар 552
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 553
2002 йыл 9 октябрь 527
2010 йыл 14 октябрь 529 278 251 52,6 47,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Төҙөлөш урамы — (рус.  Строительная (улица)
  • Күпер урамы (рус.  Мостовая (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[13]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Населённые пункты Кигинского района

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Йосоп (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Кресть­янской войны под руководством Е. И. Пугачева. С. 195; Кресть­янская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 70, 285, 435; МИБ. Т. 5. С. 35
  6. МИБ. Т. 5. С. 35, 67, 69, 85
  7. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 485
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государст­ва в ХVII-первой четверти XVIII в. С. 111
  11. Йосоп (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Знаменитые кигинцы
  13. Карта д. Юсупово. Улицы