Йомағужа (Йылайыр районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Йылайыр районы ауылы

Йомағужа (рус. Юмагужино) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 380 кеше[1]. Почта индексы — 453693, ОКАТО коды — 80227822001.

Ауыл
Йомағужа
Йомағужа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Йылайыр районы

Координаталар

52°12′46″ с. ш. 57°45′48″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 227 822 001

ОКТМО коды

80 627 422 101

Йомағужа (Рәсәй)
Йомағужа
Йомағужа
Йомағужа (Йылайыр районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Йомағужа


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 371 184 187 45,6 50,4
1959 йыл 15 ғинуар 400 162 238 40,5 59,5
1970 йыл 15 ғинуар 541 240 301 44,4 55,6
1979 йыл 17 ғинуар 500 226 274 45,2 54,8
1989 йыл 12 ғинуар 413 203 210 49,2 50,8
2002 йыл 9 октябрь 455 231 224 50,8 49,2
2010 йыл 14 октябрь 380 196 184 51,6 48,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 95 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Киндер күл урамы (рус. Киндер-Куль (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Р. Ғарипов урамы (рус. Р.Гарипова (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))
  • Ш. Бабич урамы (рус. Ш.Бабича (улица))[3]

Тарихы үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, ауылға Нуғай даруғаһы Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы Юлдыбай ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республиканың Күгәрсен районы) күсеп килгән башҡорт нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1754 йылда Ырымбур губернаһында теркәлгән (Йылайыр районы энциклопедияһы Н. И. «Башкирская энциклопедия» Өфө-2000 с.130).

1850 йылда Йомағужала 49 йорт иҫәпләнә, ә 10 ревизияға (иҫәп алыу) ихаталарҙың һаны 67-гә тиклем арта, уларҙа бөтәһе 236 ир-ат һәм 234 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән; 4 башҡорт кантонының 3 йорт составына ингән.(ЦГИА РБ. Фонд I-138, Инвентаризация 2, Файл 707. Лист 145-165о6.)

1866 йылда Йомағужа ауылы административ яҡтан Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се полиция станына буйһона, Һаҡмар-тиле шишмәһе буйында урынлаша. Өйәҙ ҡалаһынан 145 километр алыҫлыҡта, стан фатирынан 98 саҡрымда урынлашҡан. 70 йортта 269 ир-ат һәм 225 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1891 йылға ихаталарҙың һаны үҙгәрмәгән тиерлек — 71, уларҙа ир-ат — 346, ҡатын-ҡыҙ — 235. Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 4 — се Үҫәргән улусы составына ингән, Һаҡмар һәм Тиле эргәһендә булған.

Йомағужа ауылында мәсет 1820 йылда төҙөлгән. Орск губернаһы 4-се Үҫәргән улусы Йомағужа ауылында 1917 йылда 171 шәхси хужалыҡ булған, уларҙа ике енестәге 774 йән була. 1920 йылда 176 йортта 371 ир-ат һәм 390 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән; бөтәһе 761 йән. 1925 йылға хужалыҡтар һаны ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән — уларҙың 79-ы ҡалған. 1917 йылдың декабрендә Башҡортостан автономияһы иғлан ителә һәм уның территорияһы 13 кантонға бүленә. Йомағужа Бәләкәй Башҡортостандың Үҫәргән кантоны составына ингән. РСФСР Бөтә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 1922 йылғы декреты буйынса Өфө губернаһы Бәләкәй Башҡортостан составына индерелә. Улустар һәм кантондар эреләтелә. Йомағужа ауылын БАССР-ҙың Йылайыр кантоны яңынан ойошторолған Һабыр улусы составына индергәндәр.

Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары менән Башҡорт АССР-ы составында 6 яңы район булдырыла. Ҡәнзәфәр ауыл Советы (Йылайыр районы) (үҙәге Йомағужа ауылы) яңы ойошторолған Матрай районы составына ингән. 1939 йылдың 17 ғинуарына ҡарата Йомағужа ауылында кешеләрҙең һаны: ир-ат — 184, ҡатын-ҡыҙ — 187 булған. РСФСР Юғары Советы Президиумының 1956 йылдың 4 июлендәге указы менән Матрай районы бөтөрөлә, Ҡәнзәфәр ауыл советы Йылайыр районы составына тапшырыла. Шул ваҡыттан алып беҙҙең көндәргә тиклем Йомағужа ауылы Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауыл советына ҡарай[4].

Инфраструктура үҙгәртергә

Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[5].

Матбуғатта үҙгәртергә

  • Яугирҙың батырлығы онотолмай…[6].
  • Йылайыр районы Йомағужа ауылынан йәйге фото килде[7]

Видеофильмдар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 37 по Республике Башкортостан
  4. Администрация СП Канзафаровский сельсовет МР Зилаирский район
  5. http://bashenc.online/ba/articles/75296/
  6. Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан
  7. Аманат