Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Иснәд (ғәр. إسناد‎; рус. Иснад) — хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме — Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәре йыйынтыҡтарында хикәйәләүселәргә һылтанмалар йыйылмаһы. Иснәд мосолман уҡытыу системаһының мөһим үҙенсәлеге булып тора. Быуаттар дауамында мосолмандар иснәд принцибын остаздан уҡыусыға белем тапшырғанда файҙаланған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ғәрәп телендә иснәд һүҙе түбәндәге мәғәнәләрҙә ҡулланыла:

  1. Әйтелгәндең кем һүҙе икәнен белдереү;
  2. Берәй нәмәгә таянып, уны терәк сифатында ҡулланыу.

Терминологияла был һүҙ түбәндәге мәғәнәләргә эйә:

  1. Башҡа кешегә (мәҫәлән, ауырыу кешегә) берәй нәмәгә таянырға һ. б. ярҙам итеү; берәй нәмәгә арҡа терәү;
  2. Суд дәғүәһенә килтерелгән нигеҙләү;
  3. Яраҡлаштырыу, нимәгәлер бәйле итеп күрһәтеү;
  4. Хәҙис тексына барып тоташҡан юл[1].

Суфыйлыҡта суфый шәйехенең абруйы күп осраҡта уның ышаныслы иснәде булыуына бәйле (силсилә), шуға күрә иснәд ҙур урын тота[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Маусу’ату-ль-фикхийа аль-Кувейтийа = Кувейтская энциклопедия фикха.
  2. Гогоберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. Ростов-на-Дону, 2009, с. 105—106.