Исламов Фидус Әмир улы

ғалим-зоотехик , ауыл хужалығы фәндәре докторы

Исламов Фидус Әмир улы (рус. Исламов Фидус Амирович; 19 август 1946 йыл) — ғалим-зоотехник, дәүләт хеҙмәткәре, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 1986 йылдан Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — Министрҙар Советының баш белгесе, 1994 йылдан — Министрҙар Кабинетының бүлек мөдире урынбаҫары, 2001 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты проректоры, 2003 йылдан — Йоматау аграр техникумы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000), профессор (2001).

Исламов Фидус Әмир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Костин, Первомайский ауыл советы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны министрлыҡ[d]
ауыл хужалығы
Башҡортостан Республикаhы
Йоматау сельхозтехникумы
Биләгән вазифаһы проректор[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Фидус Әмир улы Исламов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Костин ауылында тыуған[1]. 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡортостан республикаһы Баймаҡ тәжрибә производство хужалығында ғилми хеҙмәткәр, баш зоотехник булып эш башлай. 1986 йылдан Башҡорт АССР-ының Ауыл хужалығы министрлығының баш зоотехнигы вазифаһына тәғәйенләнә.
1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Советында баш белгес.
1994 йылда — Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинетынданда бүлек мөдире урынбаҫары.
2001 йылдан — Башҡортостан аграр сәнәғәте комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты проректоры.
2003 йылдан — Йоматау аграр техникумы (Өфө районы) директоры, 20052015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының «Башплемсервис» ДУАХП-нда төп белгес.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре үҙгәртергә

Ғалимдың фәнни йүнәлеше һәм эшмәкәрлеге һарыҡсылыҡ һәм һөт малсылығы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Фидус Әмир улы ҡатнашлығында инә һарыҡтарҙы һәм бәрәстәрҙе айырым секцияларҙа аҫрау технологияһы эшләнә һәм Башҡортостан Республикаһының аграр хужалыҡтарына индерелә. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

  • Содержание овец. Өфө, 1999;
  • Содержание коз. Өфө, 2007 (авторҙаш);
  • Племенное скотоводство Башкирии: история, современность, наука, практика. Өфө, 2017.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә