Индустрия (Ырымбур өлкәһе)

Индустрия — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Поселок
Индустрия
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Городской округ

Ҡыуандыҡ ҡала округы

Координаталар

51°31′50″ с. ш. 56°56′54″ в. д.HGЯO

Халҡы

296 человек (2010)

Милли состав

татарҙар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

53 224 820 002

Код ОКТМО

53 714 000 306

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Индустрия (Рәсәй)
Индустрия
Индустрия
Индустрия (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Индустрия

Географияһы үҙгәртергә

Ҡасаба округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 26 километр көнбайыштараҡ, Һаҡмар йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

Климаты үҙгәртергә

Индустрия ҡасабаһы климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләнә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, ул яҡынса 150 көн ята[1].

Тарихы үҙгәртергә

Ҡасаба 1942 йылда барлыҡҡа килгән, Украинанан эвакуацияланған «Индустрия» совхозы исеме менән аталған. Уға тиклем бында «Заготскот» пункты һәм Мөхәмәтйәр ауылына ҡараған бер нисә йорт булған. 1960 йылдағы исемлектә «Индустрия» совхозының үҙәк усадьбаһы булараҡ телгә алынған[2].

2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[3][4].

2016 йылға тиклем ҡасаба Ҡыуандыҡ районының Мөхәмәтйәр ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны 260 кеше тәшкил иткән (татарҙар — 79 %)[5], 2010 йылда 296[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.