Изге Людовик соборы (Пловдив)

Изге Людовик соборы (болг. Катедрален храм "Свети Лудвиг") — Болгарияның Пловдив ҡалаһындағы католик собор. София—Пловдив епархияһының кафедраль соборы, необарокко стилендәге архитектура ҡомартҡыһы.

Изге Людовик соборы
Нигеҙләү датаһы 1861
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Людовик IX Святой[d]
Дәүләт  Болгария
Административ-территориаль берәмек Пловдив
Епархия Епархия Софии — Пловдива[d]
Бағышланған San Luigi dei Francesi[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия Болгарии[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of St. Louis Cathedral in Plovdiv[d]
Карта
 Изге Людовик соборы (Пловдив) Викимилектә

Соборҙы төҙөү 1858 йылда башлана һәм өс йылдан һуң төҙөлөш тамамлана. Епископ Андреа Канова 1861 йылдың 25 мартында Людовик Французский исеменә ғибәҙәтхана изгеләндерә[1]. 1898 йылда манараһы төҙөлә, Лев XIII папаһынан бүләк— Бохумда ҡойолған биш ҡыңғырау[1] урынлаштырыла.

1931 йылғы янғында ғибәҙәтхана көслө зыян күрә, 1932 йылда реставрацияланғандан һуң ҡабаттан изгеләндерелә. Сиркәүҙә бер нисә пловдив епископы, шулай уҡ батша Фердинанд Беренсенең ҡатыны Мария Луиза Бурбон-Пармская ерләнгән[1]. Мария Луизаның мәрмәр саркофагы — итальян скульпторы Джентиль Томазоның эше, унда Мария-Луизаның Фердинандҡа һуңғы һүҙҙәре соҡоп яҙылған: «Мин үләм, ләкин күк йөҙөнән һеҙҙе, беҙҙең балаларҙы һәм Болгарияны күҙәтеп торасаҡмын»[2].

Изге Людовик соборы Болгарияла иң ҙур католик ғибәҙәтхана, 600 кешегә тиклем һыйҙыра[3]. Ғибәҙәтхананың баштағы интерьеры 1931 йылда янғында юҡҡа сыға, хәҙерге интерьеры XX быуаттың 30-сы йылдарында булдырылған. 2002 йылда Болгарияға үҙ сәфәре ваҡытында ғибәҙәтханаға папа Иоанн Павел II килә[4]

Мария Луизаның саркофагы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә