Ибраһимов Азат Әхмәт улы

дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре

Ибраһимов Азат Әхмәт улы (13 июль 1959 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы генераль директоры (2009—2012), Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры (2012—2014), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры (2014—2019).

Ибраһимов Азат Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 июль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө дәүләт хеҙмәткәре[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Азат Әхмәт улы Ибраһимов 1959 йылдың 13 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған;

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған;

1996—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры ярҙамсыһы;

1997—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында баш белгес, матбуғат һәм телевединие һорауҙары буйынса куратор;

2009—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы генераль директоры;

2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры;

2014—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры.

Наградалары һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2003)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә