«ИНМАН» акционер йәмғиәте (Ишембай нефть манипуляторҙары) — нефть-газ комплексы, коммуналь хужалыҡ, энергетика предприятиелары, юл төҙөү ойошмалары өсөн кран-манипуляторҙар, йөк күтәртеү, тейәү һәм транспортта ташыу өсөн махсус техника  етештереүсе сәнәғәт предприятиеһы[2]. Рәсәйҙең кран-манипуляторҙар етештереүсе тәүге һәм бик ҙур заводы[3].

ИНМАН
Нигеҙләү датаһы 1992
Дәүләт  Ҡытай[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт inman.ru
 ИНМАН Викимилектә
ИНМАН офисы
Иретеп-йәбештереү-заготовительный цех

«ИНМАН» компанияһының етештереү майҙансығы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ишембай ҡалаһы, Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар урамы, 2, Көнсығыш ҡасабаһынан алыҫ түгел.

Тарихы үҙгәртергә

Сит илдән һатып алынған продукция урынына үҙебеҙҙә уны етештереүҙе юлға һалыу һәм төрлө ауырлыҡтағы йөктәрҙе күтәрә, тейәй алырлыҡ гидроманипуляторҙарҙы үҙебеҙҙә етештереү маҡсатында, «Татнефть», «Ырымбурнефть», «Когалымнефть», «Красноленинск нефтегаз» һәм «Башнефть» нефть сығарыу компаниялары кооперацияһы "ИНМАН-ға" нигеҙ һала.

1992 йылда завод файҙаланыуға тапшырыла. 1993 йылда тәүге продукцияһы — 9,0 тонна йөк күтәрергә һәләтле ИФ 300С гидроманипуляторы завод цехынан сыға. 1993 йылдан 2008 йылға тиклем «ИНМАН» ябыҡ акционер йәмғиәте йөк күтәреүсәнлеге 7,0 т, 4,0 т, 3,0 т, 2,0 т, 2,05 т, 1,0 тонна булған ИМ 240, ИМ 150, ИМ 95, ИМ 50, ИМ 55, ИМ 20 гидроманипуляторҙарын эшкәртә һәм сериялап сығарыуҙы үҙләштерә[4]. Ишембай «Витязь» компанияһы вездеходтары нигеҙендә булдырылған технологик комплекстар ИНМАН-дың кран-манипулятор ҡоролмалары менән йыһазландырыла[5].

2010 йылдың октябрь айында заводта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булып китә[6].

2011 йылдың июлендә «ИНМАН» ябыҡ акционер йәмғиәте акцияларын тотошлайы менән (100 %) Австрияның «Palfinger» компанияһы (ИНМАН-ға конкурент компания) һатып ала[7]. Рәсәйҙең кран-манипуляторҙар етештереүсе алдынғы компанияһын һатып алыу Австрия концерны өсөн БДБ илдәрендә үҙ сауҙа маркаһын үҫтереү буйынса мөһим аҙым булып тора[8]. Аналитиктар концерн был сауҙа мәлендә 18 млн. евро тотонған тип фаразлай. Ләкин Palfinger Ишембайҙағы база ярҙамында Рәсәй баҙарының дөйөм тәғәйенләнештәге манипуляторҙарға булған ихтыяжын яртылаш тәьмин итәсәк һәм нефть-газ тармағынан тотороҡло заказдар алыуға өлгәшәсәк.

2011 йылдың 26 авгусында «Башнефть» АНК-һы Асыҡ акционер йәмғиәте, үҙенең акциялар пакетын (54,91%) Австрияның Palfinger AG (Австрия) компанияһына һатып, «ИНМАН» ябыҡ акционер йәмғиәте акционерҙары составынан сыға[9].

2011 йылдың 4 октябрендә Рөстәм Хәмитов Австрияның Palfinger AG компанияһы етәкселеген ҡабул иткәндән һуң, «ИНМАН» базаһында етештереү Австрия технологиялары буйынса юлға һалынған заманса һәм ғәйәт ҙур предприятие булдырыласаҡ» тип белдерә. Производствоны киңәйтеү планлаштырыла, сығарыласаҡ изделиелар исемлегендә эшсе вышкалар, урман сәнәғәте өсөн кран-манипуляторҙар производство һәм сәнәғәт маҡсаттары өсөн башҡа ҡорамалдар буласаҡ.[10]

2015 йылдың 30 апрелендә Кинйәбулат шоссеһы янында төҙөлгән заводты туҡландырау өсөн төҙөлгән 35/10 кВ «Юрматы» подстанцияһы сафҡа индерелә. 

2015 йылдың 23 июлендә яңы ИНМАН заводын рәсми асыу тантанаһы үткәрелә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • ИНМАН. Закрытое АО, Россия, Респ. Башкортостан, г. Ишимбай 10 лет. — Уфа : Белая Река, 2002. — [11] с. : ил. ; 29 см
  • Сныткина, М. Из Ишимбая в Сочи едут не только отдыхающие: гидроманипуляторы «ИНМАН» используются при строительстве объектов в столице зимней Олимпиады-2014 / М. Сныткина // Восход.- 2013.- 4 июня.- С.1-2.
  • Умитбаев, А. Количество переходит в качество: итоги работы ЗАО «ИНМАН» в составе австрийского концерна / А. Умитбаев // Восход.- 2013.- 30 апр.- С.1-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. CrunchBase (ингл.) — 2007.
  2. ЗАО «ИНМАН». Звёзды Урала. Дата обращения: 1 ноябрь 2011. Архивировано 4 июль 2012 года. 2016 йыл 12 март архивланған.
  3. Ъ-Online — Нефтяники сдали манипуляторы
  4. О компании. ЗАО «ИНМАН». Проверено 1 ноября 2011. 4 июля 2012 года.
  5. Ишимбайский «Витязь» пополняет модельный ряд выпускаемой продукции — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
  6. Президент Башкирии одобрил работу ишимбайского ЗАО «ИНМАН». ИА «Башинформ». Проверено 1 ноября 2011. 4 июля 2012 года.
  7. Абдуллин В. Р. «ИНМАН» выкупили австрийцы // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2011. — № 30. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  8. Австрийский концерн Palfinger AG приобрел Ишимбайские Нефтяные Манипуляторы — Топ-новости — Новости — Краны автокраны (башенные) гусеничные мостовые козловые аренда тали — ALL …  2011 йыл 21 декабрь архивланған.
  9. «Башнефть» вышла из состава акционеров ЗАО «Инман» 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  10. События последних дней глазами главы региона — UfaTime.ru  2014 йыл 14 сентябрь архивланған.