Ерохин Владислав Всеволодович

Ерохин Владислав Всеволодович (1 ноябрь 1936 йыл22 ноябрь 2014 йыл) — совет, Рәсәй фтизиатры; медицина фәндәре докторы, профессор (1991); РМФА мөхбир ағзаһы (2004), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Ерохин Владислав Всеволодович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 1 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Уссурийск, Уссурийская область[d], Дальневосточный край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Котляковское кладбище[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө фтизиатрия[d]
Эш урыны Центральный научно-исследовательский институт туберкулёза[d]
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Почёт ордены медаль «В память 850-летия Москвы» Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы медаль «В память 200-летия Минюста России» «Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Владислав Всеволодович Ерохин 1936 йылдың 1 ноябрендә Ворошилов ҡалаһында (хәҙер Приморье крайы, Уссурийск ҡалаһы)[1] — совет 1960 йылда Һарытау медицина институтын «дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай, 1962 йылда — фтизиатрия буйынса СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3-сө Баш идаралығы ҡарамағында клиник ординатураны тамамлай. 1962—1964 йылдарҙа табип-фтизиатр, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 52-се медицина часында туберкулезға ҡаршы бүлек мөдире булып эшләй (Кирово-Чепецк).

1967 йылдан РМФА/СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Туберкулездың ғилми-тикшеренеү институты (ЦНИИ) үҙәгендә: аспирант (1964—1967), кесе ғилми хеҙмәткәр, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр (1967—1980); лаборатория етәксеһе, лаборатория-эксперименталь бүлеге мөдире(1980—1991); фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, ваҡытлыса директор бурыстарын үтәүсе (1991—1999); директор, бер үк ваҡытта патанатомия, электрон микроскопия һәм биохимия бүлеге мөдире булып эшләй (1999).

Рәсәй фтизиатрҙары йәмғиәте президенты, «Туберкулез и болезни легких» журналының баш мәхәррире; Европа респиратор йәмғиәтенең туберкулез һәм үпкә ауырыуҙары менән Халыҡ-ара көрәш союзы комиссияһы ағзаһы.

2014 йылдың 22 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була, Котляков зыяратында ерләнгән (участка 59а)[2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре —туберкулез шешеүен өйрәнеү, туберкулез формаларының көсәйеү патогенезы, үпкәнең сурфактант системаһы нормала һәм патологияла.

1968 йылда кандидатлыҡ (Иммунологические реакции лёгких при экспериментальном туберкулёзе по данным гистохимии и электронной микроскопии») диссертацияһын, 1975 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай («Субклеточная морофлогия легких при экспериментальном туберкулезе»).

400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография, дәреслектәр, шулай уҡ методик әсбаптар һәм ҡулланмалар, патенттар авторы.

Бүләктәре һәм танылыуҙары үҙгәртергә


  • «һаулыҡ һаҡлау отличнигы» (1981)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987)
  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» (1997)
  • Рәсәй Минюст ГУИН иҫтәлекле билдәһе (2001)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002)
  • «Рәсәй Минюст 200-йыллығы иҫтәлегенә» (2002)
  • Федор Гааз миҙалы (2006)
  • Почет ордены (2012)[3]
  • «Ҡалмыҡ халҡының Рәсәй дәүләте составына үҙ ирке менән инеүенең 400-йыллығы айҡанлы»
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәт премиялары
  • фтизиатрия буйынса РФМА академигы А.Г. Хоменко исемендәге РФМА Президиумы премиялары.

Хәтер үҙгәртергә

Һарытау дәүләт медицина университетнда Ерохин уҡыуҙары үтә[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ныне — Уссурийск, Приморский край, Россия.
  2. Ерохин В. В. // Московские могилы. Дата обращения: 14 июнь 2017.
  3. Награждённые государственными наградами Российской Федерации. // Администрация Президента РФ (29 август 2012). Дата обращения: 26 ғинуар 2015.
  4. Актуальные вопросы фтизиопульмонологии 2018 йыл 30 июнь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә