Йәрмәкәй районы

(Ермекеевский район битенән йүнәлтелде)

Йәрмәкәй районы (рус. Ермекеевский район) — Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы.

Йәрмәкәй районы
Йәрмәкәй районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935 һәм 13 декабрь 1968
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ үҙәк Йәрмәкәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Башҡорт АССР-ы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 18 205 кеше (2002)[1],
16 723 кеше (2008)[2],
16 604 кеше (2009)[3],
17 162 кеше (2010)[4],
16 766 кеше (2012)[5],
16 521 кеше (2013)[6],
16 193 кеше (2014)[7],
16 046 кеше (2015)[8],
15 909 кеше (2016)[9],
15 737 кеше (2017)[10],
15 259 кеше (2021)[11]
Сиктәш Бишбүләк районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1 февраль 1963
Майҙан 1437 км²
Почта индексы 4521ХХ
Рәсми сайт ermekeevo.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34741
Карта
 Йәрмәкәй районы Викимилектә

Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км². Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.

Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасабаһы (20,8 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына ҡарай. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Йыл Халыҡ һаны
2002 18 205 [1]
2008 16 723 [2]
2009 16 604 [3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 17 162 [4]
2012 16 766 [5]
2013 16 521 [6]
Йыл Халыҡ һаны
2014 16 193 [7]
2015 16 046 [8]
2016 15 909 [9]
Йыл Халыҡ һаны
2017 15 737 [10]
2021 15 259 [11]

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географияһы үҙгәртергә

Климаты континенталь, уртаса дымлы. Район территорияһынан Ыҡ, Рә, Тарҡаҙы, Ҡыйҙаш йылғалары аға.

Ерҙә һелтеһеҙләнгән һәм карбонатлы ҡара тупраҡ, һоро һәм ҡара һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район Урал алды дала зонаһына инә һәм далаға тартым. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары райондың 12,3 % майҙаны ҡаплай.

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть, эзбизташ, ҡом ятҡылыҡтары бар.

Иҡтисад үҙгәртергә

Район иҡтисады ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Төп тармағы: иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш игеү, һөт-ит малсылығы һәм һарыҡсылыҡ. Районда «Приют» һәм «Плодосовхоз» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиелар бар, икмәк комбинаты, кирбес заводы, урман хужалығы урынлашҡан.

Транспорт үҙгәртергә

Район территорияһының көньяҡ өлөшөнән Һамар— Өфө—Силәбе тимер юлы үтә, автомобиль юлдары районды Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән бәйләй.

Социаль-мәҙәни өлкә үҙгәртергә

Районда 31 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 8 урта, ПУ, балалар музыка мәктәбе, 26 китапхана, 38 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә «К новым победам» гәз. нәшер ителә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  2. 2,0 2,1 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  3. 3,0 3,1 Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
  4. 4,0 4,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 28 апрель 2024. Архивировано 11 август 2023 года.
  5. 5,0 5,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  6. 6,0 6,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  7. 7,0 7,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  8. 8,0 8,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  9. 9,0 9,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (5 октябрь 2018). Дата обращения: 15 май 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
  10. 10,0 10,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  11. 11,0 11,1 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Дата обращения: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  12. Сайт-энциклопедия Ермекеевского района. Артикуленко, Любовь Алексеевна 2019 йыл 16 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
  13. День театра в Ермекеево отметили премьерой драмы «Ода любви». ИА «Башинформ», 27 марта 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2018)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Ғарифуллин Флорит Сәғит улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәниев Наил Сәйетгәрәй улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Степанов Никита Андреевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2018)
  17. Башкирская энциклопедия — Хайретдинов Альфат Фазлутдинович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2018)
  18. Башҡорт энциклопедияһы — Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2019)
  19. Администрация муниципального района Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2016 йыл 13 ноябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2018)

Һылтанмалар үҙгәртергә